Алтын туйға еттек етәкләшеп...

Минулла һәм Надежда Шәрәфетдиновтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән бәхетле парҙарҙың береһе.

Юбилярҙарҙы тормоштарындағы иҫтәлекле һәм шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға Имай-Ҡарамалы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Х.Р. Заманов, эштәргә идара итеүсе Р.Х. Хәбирова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштары килде.

Урындағы хакимиәт вәкилдәре бәхетле парға республика Башлығынан ҡотлау хатын, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Хужалар хөрмәтле ҡунаҡтарҙы тәмле бәлештәр бешереп, һыйлы табын менән ҡаршыланы. Үҙешмәкәр артистар иһә үҙ сиратында уларғы матур йырҙар, дәртле көйҙәр бүләк итте.

Алия Уразбахтина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей