“Агростартап” грантын нисек алырға?

“Агростартап” гранты – бәләкәй һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү, хужалыҡты киңәйтеү йүнәлешенә бүленә. Ул халыҡҡа эш урындары булдырыуҙы һәм етештереү күләмен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Программа 2019-2024 йылдарға фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һанын арттырыу, халыҡты тыуған ерендә төпләндереү ниәтенән ҡабул ителгән. Уның үҙенсәлеге - эшкә тотонған фермерҙарға үҙ хужалыҡтарын үҫтереүгә өс миллион һумға тиклем дәүләттән бушлай ярҙам биреү. Ә яңы эш башлаған фермерҙарҙың хужалыҡтары кооперация составында булған осраҡта, грантты дүрт миллион һумға тиклем биреү ҡарала. Был сумманың 90% дәүләт бирә, уны кире  ҡайтарыу талап ителмәй. Шул уҡ ваҡытта фермер үҙе 10 проценттан кәм булмаған сумманы һалырға тейеш.

Был проект программаһында аҡса алырға теләгән кеше, беренсе сиратта, Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының башҡа гранттарын алмаҫҡа тейеш (мәҫәлән, “Эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы”).

Бынан тыш, дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсенең өс йыл дауамында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәүе, коммерция ойошмаһын ойоштормауы шарт. Грант алыусыға 30 көн эсендә КФХ булараҡ теркәлеү һәм кешегә эш урындарын булдырыу талабы ҡуйыла.

Ике миллион һумға тиклем ярҙам алған осраҡта – бер, ике миллион һумдан артҡанда  ике эш урыны булдырыу мөһим. Грант ҡуртымға алынған объекттарҙы төҙөкләндереүгә һәм төҙөүгә тотонола. Ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡоролмаларҙың бер йыл элек кенә сыҡҡан булыуы шарт.

Программала ҡатнашыусының алдағы биш йылға грантты  үҙләштереү планы булыу мөһим. Йәнә уларҙың шәхесен, хужалығының дәүләт теркәүен раҫлаған документ, бизнес-план, һатып алынасаҡ мөлкәт, башҡарыласаҡ хеҙмәттәр тураһында белешмә, финанс сығымдары, һалым органдарына бурысы булмауын, хеҙмәт стажын, белеме булыуын раҫлаған документтар, банк иҫәптәре һәм уларҙың күсермәләре кәрәк буласаҡ.

Һорауҙар менән “Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә” МБУ-һына йәки (8347)553-62-86 телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Р. Билалова,

субсидиялар буйынса әйҙәүсе белгес.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей