Афарин-2021

Илфат Шәрифулла улы ҒӘЛИӘХМӘТОВ - “Агрохим” АП ЯСЙ-енең алдынғы механизаторы.

2021 йылда үҙенең “Палесье” КЗС-10К” комбайнында район буйынса иң күп - 513 гектарҙа 1467 тонна иген һуғып алыуға өлгәште һәм республиканың алдынғы 50 механизаторы исемлегенә инде. Механизатор “Иген уңышын йыйыу комбайнының иң яҡшы операторы” номинацияһына лайыҡ булып, БР Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан автомашина асҡысы алыуы үҙе өсөн генә түгел, райондың ауыл хужалығы эшсәндәре хеҙмәтенә ҙур баһа. Илфат Шәрифулла улы һәйбәт ғаилә башлығы ла, тормош иптәше Сәриә Зиннәтулла ҡыҙы менән 3 ҡыҙ тәрбиәләй, бер ейәнсәргә олатай.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей