Абдулов ҡымыҙының тәмлелеге!

Йылайырҙа  иң беренселәрҙән булып ҡымыҙ етештереү буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороусыһы булып Марат Абдулов һанала. Уның был хужалығы йылдан-йыл киңәйә барыуы район халҡы өсөн файҙалы ғына. Ә эште еренә еткереп эшләргә ярҙам иткән иң ҙур ярҙамсылары уның ике улы Фәрит һәм Рәмил. Тәбиғи  эсемлекте етештереүҙе Марат Абдулов 1998 йылда башлап ебәрә. Хәҙерге ваҡытта уның хужалығында 130 баш башҡорт тоҡомло йылҡы малы көтөлә. Уларҙың 45 башы һауын бейәләре булып тора. Шулай уҡ, уңышлы эшләп килгән хужалыҡ етәксеһе тағы ла һауын бейәләрен 100 баш малға арттырыу буйынса эштәр алып бара. Бөгөнгө көндә ат фермаһында ике көтөүсе, ике һауынсы һәм ике тракторсы хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта хужалыҡ ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эше менән мәжғүл. Һуңғы йылдарҙа аҙыҡ әҙерләү өсөн кәрәкле техника һатып алынған. Был өлкәләге эштәргә Марат Абдуловтың өлкән улы Фәрит яуаплы булып тора. Ул иртәнән кискә тиклем мал аҙығы базаһы булдырыу менән булыша. Кесе улы (һүрәттә) продукция етештереү һәм уны һатыу эшенә яуап бирә. Ә инде етештереү процесы традицион ысул – ҡулдан башҡарыла. Абдуловтар етештергән ҡымыҙ сифаты, тәме һәм бер нисә төргә бүленеүе менән айырылып тора. Кеше организмына файҙалы булған натураль эсемлек булып һанала. Был ойошмала, ағымдағы йәй көндәрендә уртаса 180-200 литр һөт һауып алына. Замана менән бергә атлаған Абдуловтар хужалыҡта яҡшы эш урындары булдырған. Шулай уҡ, һауын аппараттарын да яңыртып, эшселәре өсөн уңайлыҡтар булдырған. Был әлбиттә, беренсе сиратта, көнөнә бейәләрҙе 5-6 тапҡыр һауырға тура килгән һауынсының эшен еңелләштерә. Абдуловтарҙың хужалығында 10 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Әлиә Үтәева (һүрәттә) эшләй һәм бөгөнгө көндә иң тәжрибәле оператор булып иҫәпләнә. Эшселәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған Абдуловтарҙың хужалығында. Улар өсөн махсус бүлмәләре булған, көнкүреш кәрәк яраҡтары менән өйҙәр төҙөлгән, ашхана ла эшләй. Йәйҙең бер көнөндә, традицион технологиялар ярҙамында хужалыҡ 150 литрға яҡын ҡымыҙ етештерә. Барлыҡ продукция һатыуға сығарыла һәм уңышлы һатыла тип әйтһәк бер ҙә яңылыш булмаҫ. Абдуловтарҙың ҡымыҙын районыбыҙ халҡы ғына түгел, төрлө ҡалаларҙан һәм хатта Ырымбул өлкәһенән (һүрәттә) килеп алыусылар ҙа бихисап. Редакция хеҙмәткәрҙәре килгән ваҡыттар ла һатып алыусылар бик күп ине.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей