85 йәш ул – Хоҙай биргән бү¬ләк. Уны сабыр ғына эш менән үт¬кә¬реү ғүмерҙе тағы ла оҙонай¬та”,- ти Бишауыл-Уңғар ауылын¬да йә¬шәү¬се Фатима Шәрәфетдинова.

Эйе, барлыҡ ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәт менән уҙған юбиляр бөгөнгө көндә тик тора торған­дарҙан түгел. Ҙур һәм заманса итеп төҙөлгән күркәм йорт иха­таһына килеп инеү менән таҙа­лыҡ, бөхтәлек бөркөлөп тора. Фатима Абдулла ҡыҙы ауыр заманда – 1937 йылдың 30 июлен­дә Бишауыл-Уңғар ауылында тыу­ған. Шуға уның тормошо йәштәштәренән бер яғы менән дә айырылмай. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән Фатима Абдулла ҡыҙына үҙ иңдәрендә күпте күрергә тура килә.
- Әсәйемдең барлығы 12 ба­лаһы булған. Һуғыш баш­лан­ғас, ағайымдар фронтҡа ки­теп, һә­ләк булғандар. Апа­­­­йым­дарҙың ҡайһы берәүҙәре бәләкәй саҡта, ҡайһы берәүҙәре олоғайғас үлделәр. Әсәйем менән атайым көнө-төнө колхоз эшендә булды. Бер гектар бесән сап­ҡан­ға бер килограмлы икмәк бирә­ләр. Ураҡҡа төшһәләр, ҡул урағы менән егерме бишәр гектар иген урырҙар ине. Һәр ваҡыт алдынғылар сафында булдылар. Тырышып-тырмашып эшләгән хеҙмәт көнөнә ике ҡалаҡ, ҡайһы саҡта бер стакан он алып ҡайта­лар. Өйгә ҡайтып, уны һыуҙа бутап, һурпа итеп ашайҙар ҙа, тағы эшкә сығып китәләр ине. Эшкә етеҙ булһалар ҙа, туйғансы икмәк ашап үҫмәнек,- тип һүҙ башланы Фатима әбей.
Һуғыш бөтөү менән генә тормош еңеләймәй. Йәйҙәрен та­маҡ ялғарға йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡуян тубығы, кесерткән йыялар. Алабута орлоғон тирмәндә тарттыралар. Ә яҙ көнө, ҡар ирегәс, баҫыуҙағы өшөгән бәрәңгегә баралар. Ҡабығын әрсегәс, ул ап-аҡ булып ҡала. Уны төйөп, кәл­йемә бешереп ашайҙар.
Аслыҡ, кейемгә ҡытлыҡ бул­һа ла, Фатима мәктәпте ташламай.
- Үҙем ауылдағы мәктәптә ете класс белем алдым. Элек балалар бик күмәк була торғайны. Иҫке Бәпес, Үтәгән, Ҡабаҡ ауыл­да­рынан да килеп, интернатта тороп уҡынылар. Мәктәп­тән һуң, фермаға һыйыр һауырға барҙым, сөгөлдөр ҙә алып эшлә­нем, йәй буйы баҫыуҙа, көҙөн ырҙын табағында ашлыҡ һуғыу­ҙа ҡатнаштым. Һайланып тороу юҡ, ҡайҙа ҡушалар, шунда бара инек. Һуғыштан һуң тип, еме­рек­лектәрҙе тергеҙгәс, еңел тормош киләсәгенә ышанып, ас­­лы-туҡлы йәшәнек, кейгән күлдәк-ыштандан, һырма сал­бар­ҙан башҡа нимәбеҙ бар ине һуң беҙҙең? Иңдәребеҙ ҙә ны­ғын­маған ҡыҙҙарҙан ҙур көрәк менән ҡом бушатырға, ҡышын тимер юлға ҡар көрәргә алып сы­ға­лар ине. Бригадала алдын­ғы­лар рәтендә булдыҡ. Шөкөр, әсәйемдең тырышлығы менән кәм-хур булманыҡ. Яҡшы уҡы­ныҡ, хеҙмәт һөйөп үҫтек,- тип һүҙен дауам итә хеҙмәт ветераны
- Бабайым Миҙхәт Хөрмәт улы бик һәйбәт кеше ине. Ул да үҙебеҙҙең ауыл егете.
Бәләкәйҙән эшкә сынығып үҫте. Эшкә бик уңған булды. Ғүмер буйы колхозда тракторҙа ла эшләне, ат менән һөт тә ташыны. Поезд юлы аша сыҡҡан­да флягаларҙы икенсе яҡҡа үҙе күтәреп сығара ине, - ти ветеран.
Шәрәфетдиновтар матур ғү­мер кисерәләр. Мөхәббәт емеш­тә­ре булып бер-бер артлы Фә­­­һи­мә, Фәнилә һәм Рима исемле ҡыҙҙары донъяға килә.
- Элек бит бер көн дә эштән ҡалырға түгел ине. Бала тыуып, бер-ике ай үтеүгә эшкә сыға инек. Сөгөлдөрҙө 15-шәр кеше төркөм булып эшләнек, көҙ көн һайын 15-шәр машина тейәп шәкәр заводына оҙата инек. Фермала һыйырҙы ҡул менән һауҙыҡ, башҡа эштәрҙе лә ҡул көө менән башҡарҙыҡ. Иптәш­тәрем бик һәйбәт булды – татыу һәм күңелле итеп эшләнек. Һуңынан ун йыллап ауыл магазинында иҙән йыуҙым. Иртән-иртүк барып, мейескә күмер яғып, көл түгеп, йылытып ҡуям, һуңынан һыу йылытып иҙән йыуа инем.
Ҡәйнәм менән килешеп йә­шә­нек, мин уға мең рәхмәтле­мен: ҡайтыуыбыҙға аш бешкән, икмәк һалынған, кер, иҙән йы­уыл­ған, балалар ҡаралған, баҡса уталған. Ул беҙҙең төп яр­ҙам­сыбыҙ булды. Ҡартлыҡ көн­дә­рендә беҙ ҙә уны ярҙамдан ташламаныҡ, дүрт йыл ятып ауырыны, уны тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттыҡ, рәхмәтен әйтеп, баҡыйлыҡа күсте.
Миҙхәтем менән 35 йыл бер­гә йәшәнек. Ул тракторсы бул­ды. “Ир эше, ҡатын эше”, тип тор­ма­ны. Өйгә ҡайтҡас та, кө­йән­тәләп һыуға китә ине. Инде уның мәрхүм булғанына ла утыҙ йыл булып китте.
Илдә ниндәй үҙгәрештәр бул­­ды, барыһын да күрҙек. Нимә генә булһа ла, бөгөнгө тор­мо­шом­дан ҡәнәғәтмен. Ун ике ба­ла араһынан бөгөнгө көндә мин генә иҫән. Шөкөр, бөгөн ожмах­та йәшәйбеҙ. Өйгә газ, һыу ин­гән. Элек бит утын әҙерләп, ярыу күпме ваҡытты ала ине. Хә­ҙер йәшәгән һайын йәшәге ки­лә. Ғүмер буйы күпләп мал аҫра­­ныҡ, ҡош-ҡорт тоттоҡ. Әле һуңғы йыл ғына уларҙы тотмай башланым. Балаларыма рәхмәт, ярҙам итеп торалар. Бөгөнгө көн­дә 8 ейән-ейәнсәрем, 12 бү­лә-бүләсәрҙәрем бар,- ти Фатима Абдулла ҡыҙы тормош йомғағын һүтеп.
- Беҙҙең өләсәйебеҙ үтә тын­ғыһыҙ кеше. Инде оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыл һайын беҙгә бесән әҙерләшергә бара. Ҡайтҡас та, тик тороуҙың нимә икәнен белмәй ул. Оло йәштә булһа ла, сәләмәтлегенә күҙ тей­мә­һен, покрывало, ултырғысҡа япмалар бәйләй, балаҫтар һуға. Ә уның ниндәй тәмле итеп ҡой­маҡ, бәлеш бешергәнен күрһә­геҙ, телеңде йоторлоҡ. Әлеге эҫе оҙон көндәрҙә ураҙаһын да ҡал­дыр­маны. Мәрхүмдәр рухына Ҡөръән уҡытып, ауыҙ астырып тора. Киләсәктә лә байтаҡ йылдар уның изге доғаларын тың­лап, йөрәк йылыһын тойоп йә­­­­­шәр­­­гә насип булһын ине,- тип һүҙгә ҡушыла ейәнсәре Илүзә.
Эйе, бөгөнгө көндә үҙенең 85 йә­шен тултырыусы Фатима Шә­рә­фетдинова үҙен бик бәхетле һанай. Уның янында хәҙер инде күптән үҙҙәре терәк булған балалары бар. Беҙ ҙә уны юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Венера ҒАФАРОВА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей