20 май – Бөтә донъя бал ҡорттары көнө
23 мая 2022
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар.Бал ҡортоноң телен балсы белер.
20 май ҡортсолоҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша тыуған. Тап шул хөрмәткә был дата Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән.
Словенияла тыуып үҫкән Антон Янша умартасылыҡҡа нигеҙ һалған. Был йүнәлеште үҫтереүгә бик күп көс һалған.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа борон-борондан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Әле лә был кәсепте үҙ итеүселәр артҡандан-арта бара. Нәҙекәйбилдәр менән дуҫ булған һәр кемгә уңышлы йыл теләйбеҙ. Балығыҙ күп булһын!