Юл бөтәбеҙгә лә кәрәк

Оло юлдан Ҡустығол ауылына инә торған юлды әрһеҙ ағастар баҫып, юлды ҡаплай башлағас, ауылдың старостаһы Рәшит Хөсәйенов ауыл ир-аттары һәм шул юлдан йөрөүсе фермерҙар менән һөйләшеп, өмә эшләп алырға була.

Кемделер көтөп ятҡансы, көн дә йөрөй торған юлды таҙартыуҙа беҙҙең дә өлөш булырға тейеш тигән уй менән һөйләшенгән көнгә ҡулдарына бысҡы, балталар тотоп йыйылышып алалар. “Беларусь” тракторына арба тағып, киҫелгән ағастарҙы ташырға Яңы Ҡыйышҡы ауылының фермерҙары ла килеп етә.
- Мин өмәгә был тиклем кеше килер, тип көтмәгәйнем. Өмәлә ҡатнашҡан Мотаһар Айтуғанов, Фәрһәт Рәхимов, Мөнир Хәсәнов, Илдар Фәйзуллин, Айрат Баһауетдинов, Фәрүәз Рәхимов, Илдар Мөхитдинов, Вәкил Рәхимов һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылы фермерҙары Рөстәм Кәримов һәм Нурмөхәмәт Ғайсиндарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн тимер юлының бер яғын таҙарттыҡ, ошо көндәрҙә икенсе яғын да шулай берҙәм көс менән таҙартып алырбыҙ, тип һөйләштек.
Был юл беҙҙең ауылға илтеүсе берҙән-бер юл булып иҫәпләнә, шуға һәр саҡ асыҡ булырға тейеш, - тине Ҡустығол ауылы старостаһы Рәшит Хөсәйенов.
Ауыл халҡының дәррәү сығып, юл таҙалап йөрөүҙәре ҙур хуплауға лайыҡлы. Был төбәктә йәшәгәс, беҙ - был ерҙең хужалары, йәнтөйәгебеҙҙе таҙартыу, тәртиптә тотоу -үҙебеҙҙең намыҫта.

Автор Риф Ҡаран

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей