Һыйырҙың һөтө - телендә

Түбәнге Төкөн ауылында урынлашҡан “Ҡормаев” һөтсөлөк фермаһы районда алдынғы коллективтарҙың береһе булып һанала.

Түбәнге Төкөн ауылында урынлашҡан “Ҡормаев” һөтсөлөк фермаһы районда алдынғы коллективтарҙың береһе булып һанала. Малсылыҡта эштәр көйлө бара, продукция етештереү йылдан-йыл арта. Йәмғиәттең һауынсылары ла, малсылары ла тырышып эшләй, кәйефтәре күтәренке. Ферманың тырыш, юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәткән хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. - Малды уңышлы ғына ҡышлатып сығарҙыҡ. Һыйырҙар ҙа быҙауланы. Әлегә утыҙ баштан артыҡ быҙау иҫәпләнә. Уларға тейешле тәрбиә күрһәтелә. Быҙау­ҙарҙы Регина Баландина ҡарай. Алты айлыҡ быҙауҙарға фураж, бесән ашата башланыҡ, ә бәләкәйҙәренә әлегә һөт эсерәбеҙ. Яңы тыуған быҙауҙарға айырым махсус ҡуралар булдырылған. Бер йәштән ҙурыраҡ үгеҙ малдары һимертеүҙә тора, улар айырым бинала аҫрала һәм көндөҙ ялан кәртәгә сығарыла.
Әлеге көндә беҙҙең фермала симменталь тоҡомло 220 баш мөгөҙлө эре мал бар. Уларҙан һауын һыйырҙары - 128 баш. Үлән баш ҡалҡытыу менән һыйырҙар май уртаһынан яланға сыҡты. Малҡайҙар иркен көтөүлектә көнө буйына кинәнеп һутлы йәшел үлән ашап, кисләтеп кенә фермаға ҡайта. Бынан тыш, ҡайтыу менән уларға ашлыҡ фуражы, сенаж бирәләр.
Һыйырҙың һөтө - телендә, тиҙәр. Көтөүселәргә лә күп нимә бәйле. Һутлы үләнле ерҙә көтһәң, һөт мул төшә. Флүр Бикҡужин, Илдус Сәхәпов, Зәбир Бикташев һәм Валентин Романовтар үҙ бурыстарына етди ҡарап, ваҡытында сығарып, ваҡытында һыу буйына төшөрөп, малдарҙы юғалтмай теүәл генә алып ҡайталар. Һауынсылар Әлиә Хөсәйенова, Гүзәл Аманова һәм Тәскирә Әлмөхәмәтовалар иртәле-кисле һыйырҙарҙы һауын аппараты менән һауып алалар. Һәр һыйырҙан көндәлек һауым 1150 килограмм тәшкил итә. Мул һөт мәле башлана ғына әле, шулай ҙа был яҡшы күрһәткес. Һауынсылар һөттө һауғас, махсус һыуытыу ҡоролмаһында туплайҙар.
Унда тейешле температура ҡуйылған, эҫе көндәрҙә лә һөт әсемәй. Һөттө ике тәүлеккә бер Силәбе һөт заводының Стәрлетамаҡ филиалы ҡабул итеү пункты автомашинаһы килеп ала. Һөттөң сифатына ла ҙур иғтибар бирелә. Айына ике тапҡыр Өфөгә алып барып сифаты тикшерелә. Ә малдарҙың сәләмәтлеген ветеринар хеҙмәткәр Ульяна Иванова күҙәтә, планға ярашлы прививкалар, уколдар һәм профилактик тикшереүҙәр үткәрә. Ул шулай уҡ яһалма ҡасырыу технигы хеҙмәтен дә башҡара, был эш уңышлы башҡарыла, - ти матди яҡтан яуаплы хеҙмәткәр Илнур Ишемғолов.
Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара татыу йәшәй һәм эшләй. Ферма мөдире Максим Шарко эште ойошҡан рәүештә алып бара. Ҡарауылсылар Фларит Заманов менән Таһир Юлмөхәмәтовтар ҙа бар эштәрҙә лә ярҙам итәләр.
Осраған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәмғиәт киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Хужалыҡта яҡты, иркен ферма төҙөлә. Декабрь айында дүрт йөҙләп баш голштейн тоҡомло һыйыр алып ҡайтырға планлаштыралар. Шулай уҡ сыр эшләү цехы бинаһында ла төҙөлөш эштәре тамамланған. Әлегә эске ваҡ-төйәк эштәре ҡалған.
“Ҡормаев” йәмғиәте ауылда йәшәргә һәм эшләргә теләгән һәр кемгә эш урыны булдырған, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итә. Быныһы инде эшкә дәрт өҫтәй. Йәмғиәттә хеҙмәт дөрөҫ ойошторолған, эшсәндәр тырышып эшләй, һәр кем үҙ эшен намыҫлы башҡара. Уң­ғандарға уңыш һәр саҡ юлдаш булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей