Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра

Был мәҡәлдең мәғәнәһен яҙмышын ер, ауыл хужалығы менән бәйләгән кеше яҡшы аңлай. Сөнки киләсәккә нигеҙ тап бөгөн һалына. Быйылғы яҙ үҙенең көтөлмәгән “сюприздары” менән аптыратһа ла, уйламаған ҡаты ҡырауҙар төшөп, һауа торошо насар торһа ла, ауыл хеҙмәтсәне яңы миҙгелгә яҡты өмөттәр ҡора, мәлендә сәсеп, мул уңыш алыу тураһында хыяллана.

 

Уҙған аҙналарҙа яуым-төшөмдөң күп булыуы арҡаһында яҙғы ба-ҫыу эштәре туҡтап ҡалһа, көндәр яҡшырыу менән райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары дәррәү сәсеүгә төштө. Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов һәм “Һаҡмар” гәзите журналистары баҫыуҙарҙа булып, кампанияның барышы менән яҡындан танышты, етәксе-белгестәр, иген-селәр менән аралашты.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселегендәге Ленин исемендәге АХК йыл һайын яҙғы ба-ҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала һәм уны тейешле технологиялар нигеҙендә һәм ҡулайлы аг-ротехник ваҡытта атҡарып сыға. Быйыл да предприятиела кампания ойошҡанлы бара.  Баҫыу эштәренә “Омичка” сәсеү агрегаттары менән К-700 һәм Т-150 К тракторҙарында механизаторҙар Самат Сәйетов, Наил Солтанов һәм Айрат Туйсин йәлеп ителгән. Орлоҡ ташыуҙа ме-ханизаторҙар Фәнил Ғәйетбаев һәм Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов тырышып эшләй. Ырҙын табағы мөдире Йәмил Үҙәнбаев етәкселегендәге коллектив сәсеүселәр звеноһын мәлендә орлоҡ  менән тәьмин итеп тора. Был тәңгәлдә механизатор Илшат Сирбаев, эшсе Хәлит Үҙәнбаевтың хеҙ-мәте ҙур.

Хужалыҡ игенселәре 500 гектарҙа һоло, 300 гектарҙа сенаж һалыу өсөн бер йыллыҡ үләндәр сәсеүҙе тамамланы, шулай уҡ 160 гектарҙа донник сәселде. Әле төп көс бында бойҙайға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, быйыл предприятие 10 тонна бой-ҙайҙың “кинельская юбилейная” элиталы сорты орлоғон һатып алған. Артабан сират арпа һәм донник культураларына етәсәк.

Ашнаҡсылар Гөлиә Солтанова һәм Таңһылыу Сәйетова баҫыу батырҙарын тәмле аш һыуы менән һөйөндөрә. Баш агроном Ишбулды Күсәрбаев, баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов сәсеү эштәрен ныҡлы контрол-дә тота. Игенселәрҙе дәртлән-дереү саралары булдырыу, удар 1 һәм 3 көнлөктәр иғлан итеү баҫыу эштәрен ойошҡан-лы алып барыу мөмкинлеге бирә.

Мерәҫтән “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һында ла яҙғы баҫыу эш-тәре ойошҡанлы бара. Быйыл хужалыҡтың сәсеү майҙандары структураһы 400 гектарҙы биләп, шуның 50 гектарын һоло, 200 гектарын бойҙай һәм 150 гектарын арпа тәшкил итәсәк. Әле бында һоло сәсеү тамамланған, төп көс бойҙайға йүнәлтелгән. Сәсеүгә Т-105 К тракторында механизатор Хә-мит Вәлиев йәлеп ителгән, уға Рәзиф Әсмәндиәров яр-ҙамлаша. Сәсеү-лектәрҙе катуклау- ҙа Илфат Сөләй-мәнов эшләй. Ке-ләттә орлоҡто әҙерләп тейәп ебә-реү Ирмәк Ғазин, Ҡыуандыҡ Әбдрә-химов, Алтынғужа Хоҙайбирҙин иңенә йөкмәтелгән. Аш-наҡсы Хәйриә Тутаева игенселәр өсөн тәмле аш-һыу әҙерләй.

Әйтергә кәрәк, предприятие йылдан-йыл үҙенең техник потенциалын нығыта, производство ҡеүәттәрен арттыра бара. Ғиз-зәт Ғәбит улы, тәж-рибәле агроном һәм фермер була-раҡ, сорт яңыртыу-ға ла даими иғтибар бүлә. Быйыл Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡтағы ғилми подразделениеһынан 10 тонна  һолоноң элиталы “всадник” сорты орлоғо һатып алынған.

“Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һы малсылыҡ тармағы менән дә уңышлы шөғөлләнә. Малсылыҡты уңышлы ҡышлатыу өсөн ул 60 гектарҙа күстерә һәм 40 гектарҙа аҡтамыр үҫтерә һәм быйыл да уларҙан яҡшы уңыш көтә. Баймаҡтан “Р.Р. Байрамғолов” КФХ-һы районда үҫемлекселек тар-мағын үҫтереү буйынса иң һөҙөмтәле эшләүсе предприятиеларҙың бе-реһе. Рәмил Рауил улы етәкләгән хужалыҡ ҡеүәтле матди-техник базаға эйә булыуы, ауыл хужалығы культураларынан йыл да мул уңыш үҫте-реп алыуы менән билдәле. Пред- приятие сәсеү, урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса төбәктә һуңғы йылдарҙа тотороҡло рәүештә алдынғы урындар-ҙы биләй. Был, әл-биттә, ер тураһында даими хәстәрлек кү-реүҙең, тейешле тех-нологияларҙы күҙәтеү- ҙең, техник потенциалды нығытыуҙың асыҡ һөҙөмтәһе булып тора.

Быйылғы яҙғы ба-ҫыу эштәрен дә предприятие яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ал-ды. Сәсеү майҙанда-ры структураһы әлеге миҙгелдә 1578 гек-тарҙы биләп, шуның 798 гектарын бойҙай, 200 гектарын арпа, 200 гектарын һоло, 200 гектарын борсаҡ, 100 гектарын етен һәм 80 гектарын судан үләне тәшкил итәсәк.

Сәсеүҙә К-744 тракторында “Агратор” сәсеү комплексы менән механизатор Илфат Дәүләтбаев яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Орлоҡ ташыуҙа водитель Александр Мару-щяк, яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә во-дитель Виктор Гавриловтың тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк.

Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов билдәләүенсә, быйыл 84 мең гектарҙа иртә ярауай культу-ралар сәсеү бурысы тора. Әле ул 20485 гектарҙа башҡарылған, был иһә планға ҡарата 24 процент тәшкил итә. Шул иҫәптән яҙғы иген куль-туралары 15965 гектарҙы биләй (20 процент). Бойҙай – 9160 (18 процент), һоло – 5930 (79 процент), арпа – 170 (1,7 процент),  борсаҡ – 430 (17 процент), ноҡот борсағы – 270 (33 процент), етен – 360 (16 процент) һәм бер йыллыҡ үләндәр 3960 гектарҙа (95 процент) сәселгән.

“Быйыл яҙҙың һыуыҡ килеүе, ҡаты ҡырауҙар төшөүе, яуым-төшөм яҙғы баҫыу эштәрен тотҡарланы, шулай ҙа көндәр яҡшырыу менән районда сәсеү киң ҡолас алды, – тине Нәжип Ишбулды улы. – Әлбиттә, миҙгел үҙенсәлектәре, көтөлмәгән һауа торошо үҙенең кире эҙемтәләрен бирмәй ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, баҫыу эштәрен ҡулайлы агротехник сроктарҙа һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, яҡшы уңыш йыйып алырбыҙ, тип ышанам”.

Йәй һәм көҙ миҙгелдәре игенсе өсөн ҡулай килер, һауа торошо ла яҡшы торор, тупраҡҡа төшкән һәр орлоҡ мул уңыш бирер, тип өмөтләнәйек.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей