Эй, ҡыуанды ағинәй!
15 мая 2024
Әбештәр мөмкинлеге сикләнгән ауылдаштары Миңзәлә Сәғәҙәт ҡыҙына ихатаны тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
Әбештә "Ярҙам ҡулы" акцияһы дауам итә.
Мөмкинлектәре сикләнгән ауылдаштарыбыҙҙы әленән-әле ҡыуандырып торабыҙ. Бөгөн мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Миңзәлә Сәғәҙәт ҡыҙының ихатаһын таҙаланыҡ. Ғүмерен кешеләр һаулығына бағышлаған ағинәй рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәрен теләп, ҡыуанып ҡалды.