Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Күптән түгел үткән һауынсы һәм
техник-осеменаторҙарҙың
район конкурсында ауыл хужалығы
предприятиелары һәм фермер ху-
жалыҡтары етәкселәре өсөн мал
аҙығы етештереү мәсьәләләренә ар-
налған семинар-кәңәшмә лә ойош-
торолғайны. Аграрийҙар баҫыуҙар-
ҙа булып, мал аҙығы һәм иген куль-
тураларының торошо менән яҡын-
дан танышты. Ленин исемендәге
АХК биләмәһендә улар 240 гектар
майҙанда үҫтерелгән донник сә-
сеүлеген ҡараны һәм һоҡланыуҙа-
рын йәшермәне. “Россельхозцентр”
ФДБУ-һының Башҡортостан Респуб-
ликаһы буйынса филиалы етәксеһе
Айҙар Хәмәтшин һәм танылған ауыл
хужалығы производствоһы белгесе,
биология фәндәре докторы Вәкил
Шириев та лениндарҙың мал аҙығы
культуралары үҫтереү йүнәлешен-
дәге эшмәкәрлегенә юғары баһа
бирҙе, башҡаларға үрнәк итеп
ҡуйҙы. “Беҙҙең төбәктә донник иң ҡу-
лайлы культура, ул ҡоролоҡ шарттарында
ла яҡшы уңыш бирә, – тип билдәләне ра-
йон хакимиәте башлығының ауыл хужа-
лығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат
Шәрипов, – күрәһегеҙ, Ленин исемендәге
АХК-ның был баҫыуы төшөмө менән ҡы-
уандыра. Әйткәндәй, былтыр ҙа хужалыҡ
унан яҡшы уңыш үҫтереп алғайны”.
Ысынлап та, Башҡортостандың атҡа-
ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим
Сәлимов етәкләгән коллектив үҫемлексе-
лек һәм малсылыҡ тармаҡтарын ойошто-
роу, производствоны заман талаптарына
ярашлы итеп алып барыу буйынса районда
тәжрибә үҙәге булып тора. Заман ниндәй
генә һынауҙар ҡуймаһын, хужалыҡ һәр
кампанияны сифатлы һәм тейешле техноло-
гиялар нигеҙендә атҡарып, мәлендә мал
аҙығы, орлоҡ, фураж әҙерләп һала, малсы-
лыҡтан юғары продукция алыуға ирешә.
Билдәле, быйылғы шарттар оҙаҡ йылдар
ҡоролоҡтан интеккән район халҡы һәм аг-
рарийҙары өсөн ысын бүләк булды. Шуның
өсөн дә быйыл ауыл хеҙмәтсәне артығы
менән мал аҙығы әҙерләп һалыу хәстәрен
күрә, баҫыуҙарҙа тулҡынланып ултырған
ашлыҡҡа ҙур өмөт бағлай. Ленин исемен-
дәге АХК бесәнселәре һәм сенажсылары ла
бөгөн ең һыҙғанып мал аҙығы әҙерләү
менән мәшғүл.
Шуныһы үҙенсәлекле, кооператив мал
аҙығы культура-
лары майҙанда-
рын һәм орлоҡ
фондын яңыр-
тыуға йылдан-
йыл иғтибар бү-
лә. Быйыл ошо
маҡсатта 30 тон-
на беренсе ре-
продукциялы һо-
ло, 4,5 тонна
донник һәм 3
тонна судан үлә-
не орлоғо һатып
алынды. Сәсеүҙе
тейешле агро-
техник сроктар-
ҙа атҡарып, бы-
йыл яҡшы уңыш
алмаҡсы ленин-
дар – күкрәп үҫ-
кән сәсеүлектәр-
ҙән мул төшөм
көтөлә.
Әле хужалыҡ баҫыуҙарында бөтөн көс
“йәшел ураҡ”ҡа йүнәлтелгән. Ғәле Сәғәҙә-
тов етәкләгән сенажсылар звеноһы 240 гек-
тар биләгән донник баҫыуында эшләй. Са-
быуҙа ДОН-680 мал аҙығы әҙерләү ком-
байнында Самат Сәйетов, ташыуҙа механи-
затор Ғәйзулла Сағынбаев һәм водитель
Наил Үҙәнбаев иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешә.
Көн дә хужалыҡ бесәнлегенә 200 тонна
йәшел масса оҙатыла. Уны тапатыу К-700
тракторында Наил Солтановҡа йөкмәтел-
гән. Әйткәндәй, быйыл 240 гектарҙағы су-
дан үләненән, 420 гектарҙағы донниктан,
100 гектарҙағы рапс һәм 120 гектарҙа үҫ-
терелгән бер йыллыҡ үләндәрҙән сенаж
әҙерләү маҡсат итеп ҡуйыла.
Бригадир Урал Гөлбәйетов етәкләгән
звено бесән әҙерләү менән шөғөлләнә.
Был эш фронтында механизаторҙар Фә-
нил Ғәйетбаев, Зәки Ҡотлоғужин, Айрат
Туйсин, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Илшат Сир-
баев, Хәйҙәр Балхин һәм Рәхимйән Ғәлин
алдынғылыҡты бирмәй. Тупаҫ аҙыҡ әҙер-
ләү өсөн донник, люцерна, күстерә сәсеү-
лектәре файҙаланыла.
– Быйыл 5 мең тонна сенаж, 1,5 мең
тонна бесән әҙерләү маҡсат итеп ҡуйыла, –
ти Ғәлим Булат улы, – шартлы һәр баш
малға ҡарата, фуражды иҫәпкә алмағанда,
30 центнер аҙыҡ берәмеге тупланасаҡ.
Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар.
Әле 420 гектарҙа үлән сабылды, 3239
центнер бесән әҙерләнде. Шул уҡ ваҡытта
13440 центнер сенаж тупланды.
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһының
ойошҡанлы барыуында хеҙмәтсәндәрҙе
дәртләндереү сараларының ҡулланылыуы
ҙур әһәмиәткә эйә. Хужалыҡта удар 1 һәм
3 көнлөктәр даими ойошторола, уларҙа
еңеүселәргә ваҡытында аҡсалата премия-
лар бирелеп бара.
Ашнаҡсы Таңһылыу Сәйетова, икмәк
бешереүсе Әнисә Рыҫмөхәмәтова һәм
ашхана мөдире Гөлиә Солтанова баҫыу
эшсәндәрен тәмле аш-һыуҙары менән
ҡыуандыра.
Бер үк ваҡытта хужалыҡ производство-
һының башҡа участкаларында ла эштәр
ойошҡанлы бара. Йәйләүҙәрҙә мул һөт
осорон мөмкин тиклем тулыраҡ файҙа-
ланыу саралары күрелә, малсылыҡ база-
ларын ремонтлау дауам итә. Әйткәндәй,
фермаларҙы дезинфекциялау тамамланған.
Иң мөһим ауыл хужалығы кампания-
ларының береһе – урып-йыйыу эштәре
хаҡында алдан хәстәрлек күреп, “Нива-
эффект” комбайндары ла әҙерлек һыҙы-
ғына баҫтырылған.
Быйыл да Ленин исемендәге АХК коллек-
тивының ныҡлы мал аҙығы базаһы тупла-
рына һәм ҡыш миҙгелен яҡшы әҙерлек
менән ҡаршы алырына шикләнмәҫкә мөм-
кин – баҫыу һәм ҡураларҙа ҡайнап торған
эш тә шуға ишара.
Азамат МөХӘМӘТШИН