Фермерлыҡ – һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше
2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы фермер” номинацияһында шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Гөлнара Фәрхетдинова еңеүсе тип табылды.
Дыуан районында тыуһа ла Әләгәҙ ауылында үҫә ул. 2011 йылда тормош иптәше менән фермерлыҡ эшенә тотонорға булғас, һыйыр һәм һарыҡ үрсетә башлайҙар. Ул 2016 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын рәсми рәүештә теркәй, ә 2017 йылда республика конкурсында ҡатнаша һәм яңы эш башлаған фермерҙарға бирелгән грант ота. Хөкүмәттән бирелгән ярҙамды малсылыҡ ҡорамалдары алыуға тотона.
Ата-әсәһенең кәңәше, ярҙамы менән ул һауын көтөүен арттыра һәм мал аҙығы әҙерләү техникаһы һатып ала. Эш урынында һәр ваҡыт тәртип – һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, бөтә етештереү процесы иҫәптә.
Хәҙер Гөлнара Нил ҡыҙының 200 баш һыйыр малы бар. Уларҙың 80-е – һауын һыйыры. Даими табыш һөт һатыуҙан алына ла инде.
– Ауыл хужалығында бизнес алып барыуҙа ауырлыҡтар байтаҡ, – тип һөйләй Гөлнара Фәрхетдинова. – Төп һәм беренсе проблема – ул кадрҙар мәсьәләһе. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ауыл хужалығы эше абруйлы түгел, кешеләр физик эшкә килеп бармай.
Бөгөн уның хужалығы көнөнә тоннанан ашыу һөт етештерә, фермер һөттө Яраҫтау ауылының “Галактика” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына тапшыра. Шулай уҡ ул йәш мал ите лә һата. Беҙҙең райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһындағы төп айырмалыҡтары – сенажды үҙҙәре әҙерләүҙә.
Гөлнара Нил ҡыҙы өсөн ауыл хужалығы – фиҙаҡәрлек, ныҡышмалылыҡ, белем һәм һөҙөмтәгә ирешеү һәләте талап иткән эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше лә.
Тормош иптәшен – ике балаһының атаһын юғалтҡан Гөлнара, оло ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәй, ире менән бергә башлаған эште дауам итә. Бөгөн уға ағаһы Вил Ғәлләмов һәм хужалыҡтың төп вариҫы – улы Марсель Фәрхетдинов ярҙам итә. Улар һәм тағы ла өс эшсе, ваҡыт һәм һаулыҡ менән иҫәпләшмәйенсә, уңыш, сәләмәт мал алыу, сифатлы мал аҙығы әҙерләү өсөн көн һайын хеҙмәт батырлығы күрһәтә. Дөйөм эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ арҡаһында улар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Гөлнара Нил ҡыҙы үҙенә һәм башҡаларға ла талапсан, яуаплы. Коллегалары һәм район етәкселеге араһында ла лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы наградалары бар.
Лариса РИЗВАНОВА.