"Ҡараһаҡал бәйгеһе"
"Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә планлаштырылған эштәр тормошҡа ашты. Аллаға шөкөр! Бер көн алда 9 ауыл Тырнаҡлы ырыуы вәкилдәре менән конференция үтте, ырыу ҡоро ағзалары, ырыу башлығы һайланды, киләсәккә пландар төҙөлдө. Объекттарҙы төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙған һәр ауылдашыбыҙға, ир- егеттәргә, район хакимиәтенә, Янғантау санаторийына, Янғантау геопаркына, етәкселәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бындай байрам тирә- яҡта әле беренсе булды шикелле. Тырнаҡлы ырыуы халҡының Әй буйҙарын төйәк итеү тарихын тасуирлаған сәхнәләштереү шул тиклем матур, бай, хисле килеп сыҡты. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, Торналы ауыл клубына, үҙебеҙҙең үҙешмәкәр артистарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. "Ҡараһаҡал бәйгеһе"- уникаль сара булараҡ иҫтә ҡалыр. Һәр ырыу егеттәре афарин! Ауыл хакимиәте башлығы һәм уның командаһының эше маҡтауға лайыҡ! Шәрәк, Яҙғы Йорт, Лағыр, Сыбаркүл, Торналы, Әнйәк, Яуын, Ибрай, Мөхәмәт, Йүкәле ауылы тирмәләре күҙҙең яуын алырлыҡ матур ҙа, тарихтарға әйҙәр бай ҙа ине.