Ҡортсолар кәңәш ҡорҙо

Йәй айҙары ҡортсолар өсөн тынғыһыҙ ваҡыт. Бал ҡорттары сәскәнән-сәскәгә ҡунып бал йыйһа, ҡортсоларға ошо осорҙа умарталыҡтағы йәйге эштәр нигеҙҙә яңы ғаиләләр үҫтереүгә һәм уңған “нәҙек билдәр” йыйған балды ваҡытында “һурҙыртып”, уны урынлаштырыуға ҡайтып ҡала.

Күптән түгел районыбыҙҙың ҡортсолоҡ буйынса белгесе Рәдиф Халиҡов Ҡотлоғужа ауылында үҙ йорто янындағы умарталығында тәжрибә уртаҡлашыу, “татлы бал” табыу шөғөлөнә яңы тотонған ҡортсоларға үҙҙәре белгәнде өйрәтеү маҡсатында умартасылар өсөн практик күнекмә үткәрҙе. Бында күптән бал ҡорттары тотҡан умартасылар ҙа, киләсәктә ошо шөғөлдө үҙ итергә теләүселәр ҙә йыйылғайны.
Рәдиф Абдулбарый улының йыйнаҡ ихатаһына үтеп, таң менән эшкә тотонған ҡорттарын күҙәтәбеҙ. Умарталыҡҡа яҡшы ниәт менән йыйылғанды сос бал ҡорттары ла һиҙгәндер күрәһең, беҙгә “бәйләнеү” түгел, иғтибар ҙа итмәнеләр, хатта.
Умарталыҡта һәр нәмә уйланып, тәртип буйынса урынлашҡан. Төрлө ағас-ҡыуаҡтар, емеш-еләктәр ултыртылған, баҡса артынан ғына шишмә ағып ятһа ла, баҡсала тереклек өсөн һыу ҙа ҡуйылған. Оҫта ҡортсо башта умарталыҡ өсөн иң кәрәкле әйберҙәр ҡуйылған урында уларҙы ҡайһы ваҡытта, нисек тотоноу тураһында һөйләп үтте. Бында төтәткес, битлек, ҡырғыс, инә ҡорт өсөн ситлек, кәрәҙ бысағы, дәдәндәр һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылғайны. Ҡортсолоҡ өсөн заманса төрлө яңы ҡорамалдар булһа ла, күнегелгән, үҙе эшләп алған төрлө яйланмалар, эш ҡоралдарына өҫтөнлөк биреүен дә билдәләп үтте тәжрибәле умартасы. Эйе, хужаның был шөғөлгә бар күңелен биреп башҡарғаны күренеп тора. Ул шулай уҡ умарталыҡты урынлаштырыу өсөн урын һайлау, умарта ҡорттары һатып алыу, уларҙың ғаиләһе, аҙығы, ғаилә ояһы, ике корпуслы, ярым рамлы магазинлы умарта, ҡорттарҙы ҡарау, бал ҡорто ауырыуҙарына һәм ҡоротҡостарына ҡаршы көрәш, инә ҡорттарҙы айырыу тураһында ентекләп аңлатты.
Йыйындың практик өлөшөнән һуң, ҡортсолар мыжғып торған бал ҡорттары “өйөнә” яҡыныраҡ килеп ҡаранылар.
- Эшсе ҡорттары һәм үрсемдәре күп булған көслө ғаиләләр генә файҙалы була. Һатып алған ғаиләлә, әлбиттә, инә ҡорт булырға тейеш. Ул эшсе ҡорттар араһында кәүҙәһенең ҙурлығы һәм оҙонораҡ ҡорһағы менән айырылып тора. Умарта ҡорттары һатып алғанда, ғаиләне иғтибар менән тикшерергә, инә ҡортто табырға һәм уның имгәнгән урындары булыу-булмауын ҡарарға кәрәк, шулай уҡ инә ҡорттоң йәш һәм үрсемле булыуын белергә кәрәк. Умартасылыҡта умарталыҡ эштәрен ваҡытында һәм таҙа итеп үтәүҙең әһәмиәте айырыуса ҙур. Яңы ғаиләләрҙе тәбиғи йәки яһалма рәүештә күс айырыу менән үрсетәләр. Ҡорттар күсте тәбиғи рәүештә йәйҙең беренсе яртыһында айыра. Ҡорт ғаиләһендә буш кәрәҙҙәр күп булырға тейеш. Бал һалырға буш урын булыуын белеү өсөн, икенсе корпустарҙы йәки магазиндарҙы өс көнгә бер тапҡыр кистән ҡарап торорға кәрәк. Ҡышҡа аҙыҡ запасы булдырыу өсөн, печатләнгән баллы беренсе рамдарҙы айырым урынға ҡуялар. Һурҙыртыу өсөн кәрәҙҙең өҫкө өлөшөндә инде печатләнгән (ябылған), ә һелккән ваҡытта аҫҡы күҙәнәктәрҙән сәсрәмәй торған өлгөргән балды ғына алырға кәрәк. Мин үҙем инә ҡорттарҙы һәр йылға бер төҫ менән (маркер) билдәләп ҡуям һәм уларҙың нисә йәшкә еткәнен шуға ҡарап беләм, - тип һөйләп үтте Рәдиф Халиҡов.
Оҫта ҡортсо Флүр Ситдиҡов был осрашыуҙа тәжрибәле умартасылар исеменән үҙ белгәнен гәзит аша ла, ошондай осрашыуҙарҙа ла өйрәтеп, кәңәш һорағанда ентекле аңлата белгән ҡортсо-уҡытыусы Рәдиф Халиҡовҡа рәхмәт әйтеп үтте. Был йылдың да ҡортсолар өсөн һәйбәт килеүен, табышлы, уңышлы булыуын теләне.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ бөгөн дә үҙенең бәҫен юғалтмай. Ҡортсо һөнәре ябай ғына күренһә лә, бының да сетерекле, үҙенсәлекле яҡтары байтаҡ. Татлы һәм хуш еҫле бал өҫтәлгә килеп ултырғанға тик-лем умартасыға ҙур тырышлыҡ һалырға, бал ҡорттарын дөрөҫ тәрбиәләргә, ғөмүмән, ҡортсолоҡ нескәлектәрен төптән аңлап, бал ҡорттарының холоҡ-фиғелен өйрәнеп эш итергә кәрәктер. Был осрашыуҙа ҡортсолар белмәгәндәрен өйрәнеп, белгәндәрен өйрәтеп үҙҙәренә күп тәжрибә тупланы, фекер алышты. Ошо йүнәлештә тәжрибәле белгес булған Рәдиф Халиҡовҡа алда ла ҡортсоларҙы ошолай йыйып тороуын теләп таралыштылар практик күнекмәлә ҡатнашыусылар. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей