ЯҢЫ ЯУЫШ АУЫЛ СОВЕТЫ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ

Яңы Яуыш ауыл биләмәһе колоннаһын уның башлығы Әхмәтйәнов Рөстәм Ғәлиулла улы, хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Камалова Фәниә Самат ҡыҙы, Яңы Яуыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе мөдире Абдрахманова Гөлнара Марат ҡыҙы, Яңы Яуыш мәктәбе тренеры Абдрахманов Динат Миндиәхмәт улы биҙәне.

Яңы Яуыш ауыл биләмәһе территорияһында Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдары урынлашҡан. Уларҙа 918 кеше йәшәй. Ауыл биләмәһе территорияһында “Айгөл” балалар баҡсаһы, төп дөйөм белем биреү мәктәбе, ике клуб, ике китапхана, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе эшләй.Яңы Яуыш ауылында урынлашҡан “Айгөл” балалар баҡсаһына 38 бала йөрөй.

Яңы Яуыш мәктәбендә 87 уҡыусы белем ала. Мәктәп коллективы 14 педагогтан тора. Уҡыусылар барлыҡ олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Ауыл биләмәһендә барлығы 280 йорт хужалығы иҫәпләнә, уларҙа 918 кеше йәшәй. Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләр – егерме ике, 12 әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән, ике тыл эшсәне, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бер тол ҡатыны, 24 һуғыш осоро балаһы, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән бер кеше, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы 20 кеше йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына 213 кеше киткән, уларҙың 131-е Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан.

Ауыл биләмәһе территорияһында ун биш крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Ямантаеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы халыҡтан һөт йыйыу һәм сауҙа менән шөғөлләнә. Алдынғы фермер хужалыҡтары башлыҡтары Адис  Радмир улы Ғәлимов, Фәғилә Ирек ҡыҙы Һөйәрғолова, Радис Вәрис улы Хәлилов малсылыҡ һәм сауҙа итеү менән мәшғүл. Юрик Хилаж улы Динов мал һәм бал ҡорттары үрсетә.  Гөлсирә Дәүләтбаева халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.  Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар Айнур Артур улы Хисамов менән Фәрүәз Сәрүәр улы Ғәлләмов сүкеп яһалған изделиелар әҙерләү менән шөғөлләнә.

Рифат Ишмөхәмәт улы Ғилметдинов, Наил Нурмөхәмәт улы Ғилметдинов, Ринат Рәшит улы Сәрүәров, Арамис Мәүләүи улы Исламов, Йәғәфәр Йыһанур улы Ахунов, Илфат Ким улы Вәхитов  шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында мал үрсетә, ә Фларит Зиннәт улы Рәхмәтуллин, Данис Йонос улы Нәбиуллин ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.

Ауыл биләмәһе территорияһында йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй. Иҫке Мишәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Елена Николаевна Ғилметдинова Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар советы грамотаһы һәм “Йәмәғәт үҙидараһының иң яҡшы вәкиле” грамотаһы менән бүләкләнде. Әҙибә Вәлиәхмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендәге ветерандар советы, Тәнзилә Мостафа ҡыҙы Ғәйнетдинова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” ҡоро уңышлы эшләп килә.

Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә уңған, татыу, ижади һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Улар районда һәм урында ойошторолған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тренер Динат Миндиәхмәт улы Абдрахманов етәкселегендә милли көрәш, футбол һәм волейбол буйынса уҡыусылар юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Яуыш һәм Иҫке Мишәр клубтарында эшләүсе бейеү һәм фольклор коллективтары призлы урындар яулай.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей