Сәсеү-2022. Лениндар башланы!
Ауыл хеҙмәтсәне өсөн иң яуаплы мәл етте – районда яҙғы баҫыу эштәре старт алды. Иң беренсе булып сәсеү агрегаттарын баҫыуға Ленин исемендәге АХК игенселәре сығарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән коллектив кисә һоло һәм донник сәсеүгә төштө.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа тәбиғәт-климат шарттары райондың агросәнәғәтселәре өсөн яңынан-яңы һынауҙар ҡуя. Йыл да ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ, туҡтауһыҙ иҫкән ҡыуан ел, ҡатмарлы фитосанитар хәл арҡаһында үҫемлекселек менән шөғөлләнеү ауырлашҡандан-ауырлаша. Шуға ҡарамаҫтан, район игенселәре, ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәм алдағы осорға яҡты уйы-ниәттәр менән, баҫыу кампанияларын атҡара, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә, хужалыҡты һаҡларға тырыша.
Ленин исемендәге АХК игенселәренә быйыл 1315 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе атҡарыу бурысы тора. Иген культуралары 700 гектарҙы биләп, шуның 300 гектарын һоло, 200 гектарын бойҙай һәм 200 гектарын арпа тәшкил итәсәк. Бер йыллыҡ үләндәр – 385, күп йыллыҡ үләндәр 230 гектарҙа сәселәсәк.
Кооператив игенселәре яңы миҙгелде йылдағыса ойошҡанлы ҡаршы алды: мәлендә техника-агрегаттар паркы әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде, ярыш шарттары булдырылды. Орлоҡ фондын яңыртыу хәстәре күрелде: 30 тонна 1-се репродукциялы һоло, 4,5 тонна донник һәм 3 тонна судан үләне орлоғо һатып алынды.
Әле Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов һәм Рауил Сәғәҙәтовтың сәсеү агрегаттары 160 гектар биләгән “Уҫаҡ түше” тип аталған участкала эшләй, улар һоло сәсә. Тәжрибәле механизаторҙарға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары, сәсеүселәр Илгизәр Әсмәндиәров һәм Сынбулат Юлмөхәмәтов ярҙам итә. 110 гектарлыҡ “Нурый баҫыуы” участкаһында тәжрибәле механизатор Ғәйзулла Сағынбаев МТЗ-82.1 тракторы менән рәт сәскесендә донник сәсә. Орлоҡ ташыуҙа Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Самат Сәйетов, Фәнил Ғәйетбаев тырышып эшләй.
Хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов билдәләүенсә, әле тупраҡта дым бар, шуның өсөн ошо мәлде тулыраҡ файҙаланып ҡалыу, сәсеүҙе ойошҡанлы һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу – төп бурыстарҙың береһе.
Кооперативтың бөтөн производство участкаларында ла эш яҡшы ойошторолған, һәр етәксе, белгес, хеҙмәтсән иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй, көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланырға тырыша. Ырҙын табағында Йәмил Үҙәнбаев етәкселегендәге коллектив орлоҡто ағыулау, уны баҫыуҙарға оҙатыу менән уңышлы шөғөлләнә, Гөлиә Солтанованың ашнаҡсылар коллективы игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Яңы миҙгел игенсе өсөн ҡулай килер, ямғырҙары менән һөйөндөрөр, тупраҡҡа төшкән һәр орлоҡ мул уңыш бирер, тип өмөтләнәйек. Аграрийҙарҙың һуңғы йылдарҙағы ихлас теләге бына шул.
Азамат Мөхәмәтшин.