"Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип әүҙем тормош алып бара Йөҙимәндән Кәримовтар ғаиләһе
Йөҙимән ауылында йәшәгән Әбделхай Нәжәр улы Кәримов заманында “ҡорос атты” йүгәнләп Салауат исемендәге колхоздың һөрөнтө ерҙәрен арҡыры-буй үткән, һәр саҡ алдынғылар рәтендә эшләп Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, “Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы” исеменә лайыҡ булған хеҙмәт ветераны. Февраль айында үҙенең күркәм - 85 йәшлек юбилейын да билдәләгән данлы ялан батыры.
Ауылдың ветерандар советы рәйесе Жәлил Зәйнетдинов: “Ауылыбыҙ уңғандары әле лә өлгөлө ғүмер кисерәләр, килеп күрегеҙ”, тиеүгә, шул тарафтарға ашыҡтыҡ. Алдан һөйләшелгәнсә Жәлил ағай беҙҙе ауыл осонда үҙ машинаһында көтөп тора ине инде. “Оло кеше өйҙәлер инде”, - тип, уларҙың күркәм өйөнә йүнәлдек. Әммә хужаны беренсе барыуҙа тап итмәнек, иртә менән Красноусолға юлланған булып сыҡты. Беҙ үҙ йомошобоҙ менән йөрөп, кире килеүгә Әбделхай ағай: “Бөгөн Вәсилә апайығыҙҙың тыуған көнө, шуға тиҙ генә Усолкаға бүләккә барып килдем. Бына торт та алдым, әйҙәгеҙ, бергәләп сәй эсергә”, - тип беҙҙе өҫтәл артына әйҙүкләне. Ихлас, үҙ йәштәренән күпкә йәшерәк күренгән хужаларҙың һүҙен йыҡмайыҡ тип, һөйләшеүҙе өҫтәл артында дауам иттек.
Әбделхай Кәримов 1937 йылдың 1 февралендә Йөҙимән ауылында Ғәлимә менән Нәжәр Кәримовтарҙың 7 балалы ғаиләһендә тыуып буй еткергән. Тырыш, эш һөйөүсән ғаиләлә хеҙмәт яратып, бар эште лә аңлап, эшләп үҫә. Был осор малайҙарына былай ҙа 3-4 йәштән эшкә егелеп, Бөйөк Ватан һуғышына киткән атай-олатайҙары урынына хеҙмәт һыҙығында ҡайнарға тура килгән. Өҫтә артыҡ кейем юҡ, ашау-туҡланыу ҙа самалы булғанлыҡтан һәр нәмәне ҡәҙерләргә өйрәнеп, бар эшкә лә әрһеҙ булып үҫкәндәр. Әбделхай Нәжәр улы мәктәпте тамамлау менән тракторсы ярҙамсыһы булып та эшләп ала. Совет Армияһына алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт бурысын үтәй. 1960 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан йәш егет Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се һанлы училищела бер йыл уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен ала. Һәм һис икеләнеп тормай тыуған ауылына юллана. Эшкә маһир йәш егетте ышанып тракторға ултыртып ҡуялар һәм ул ошо эшкә тоғро ҡалып, ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәй. Ошо дәүер эсендә механизатор хеҙмәтенең бөтә нескәлектәренә төшөнөп, ҙур тәжрибә туплай, үҙе белгәнен башҡаларға ла өйрәтә. Бөтә агротехника талаптарын теүәл үтәп, ер ҡатламын яҡшы аңлаған кеше булараҡ та уны хөрмәтләйҙәр. Салауат исемендәге колхоздың алдынғылар рәтендә булыуында Әбделхай Кәримовтың хеҙмәт өлөшө тос. Тир түгеп тапҡан ҡабым тәмле, тигәндәй, ул әҙ тир түкмәгән ошо баҫыуҙарҙа. Өй түрендә эленеп торған “Алдынғы механизаторға”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” вымпелдары хеҙмәт баһаһын күрһәтеп тора.
- Трактор тик тормай торғайны инде, пилорамаға ағас та һөйрәтергә, кешеләрҙең баҡсаларын да һөрөргә, утын-бесәнен килтерергә ярҙамлашырға кәрәк булды. Етәкселәргә рәхмәт, механизаторҙарҙың тырышлығын күреп, баһалай барҙы. Хәҙер ҡыш көн дә саңғыла йөрөйөм, йәй элекке баҫыу яландарын буйлайым, - ти Әбделхай Нәжәр улы.
Баҫыу уңғанының эштә күңел биреп эшләүендә тормош иптәше Вәсилә Сәләхетдин ҡыҙының да ярамы ҙур. Ул Йөҙимәндә игеҙ ҡыҙҙарҙың һыңары булып тыуған, инәһен ҡарарға ауылда ҡалған һәм шунда төпләнгән. Сөгөлдөр баҫыуында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Медицинаны һайлаған һыңары - Нәсимә Нефтекама ҡалаһында йәшәй.
Кәримовтар 60 йылға яҡын бергә ғүмер кисереп, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Оло улдары Фәнис сварщик һөнәрен һайлап, Өфө ҡалаһында төпләнгән. Тормош иптәше Вилә менән ике бала үҫтергәндәр. Рәфит улдары Себерҙә эшләй, Миләүшә килендәре менән бер ул һәм ҡыҙға атай-әсәйҙәр. Әғләм – атаһы һөнәрен үҙ итеп, Йөҙимән ауылында олатаһы нигеҙен һаҡлап, тормош иптәше Айгөл менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өс малай араһында бер ҡыҙ булып үҫкән Әлфиә Өфөлә йәшәй, тәрбиәсе. Тормош иптәше Раил менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Әсәй-атай йортонда балалары йыш ҡунаҡ. Аш-һыуға, сигеү-бәйләүгә оҫта, бөхтә Вәсилә апай өҫтәл әҙерләп көтөп торһа, Әбделхай ағай ейән-ейәнсәрҙәрен йәй көнө үҙе менән йүгертә, ҡышын саңғыла йөрөтә. Шуны ла әйтергә кәрәк, уларҙың йәш күренеүенең сере – йәш бара тип ҡул ҡаушырып ултырмай, һаулыҡҡа иғтибар бүлеп, скандинав таяҡтары менән йөрөп, йүгереп, саңғыла йөрөүҙәлер. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит.
Йөҙимән ауылы уңған эшселәре менән генә түгел, өлгөлө, матур ғүмер кисергән ғаиләләре менән дә данлы булыуына тағын бер тапҡыр инандыҡ. Бер-береһенең ҡәҙерен белеп, иңгә-иң терәп ғүмер үренә илткән уртаҡ һуҡмаҡтан етәкләшеп атлай бөгөн Кәримовтар. Алда ла тиңлек-тигеҙлектә шулай һәр көнгә шатланып, тыуған көндәрҙә ҡотлашып, балалар изгелеген күреп йәшәргә яҙһын уларға.