Йылайыр халҡы ат сабышына йыйылды

Районда тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙы милли спорт төрө – ҡышҡы ат сабышы уҙҙы. Күркәм сара Яманһаҙ ауылы янында ойошторолдо. Крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтар үҙ аттарын ярыш майҙанына сығарҙы. Барлығы 15 бәйгесе дүрт конкурста һынау тотто. Биш саҡрым арауыҡҡа сабышыуҙа Ҡашҡар ауылынан Ғәлләм Юлгилдинға етеүсе булманы. Һыбайлы Әлибай ҡушаматлы аты менән финишҡа беренсе булып килеп етте.Санала егелгән аттар өс һәм биш саҡрым арауыҡҡа сабышты. Улар араһында тәжрибәле лә, шулай уҡ тәүгә генә ярыш майҙанына сыҡҡан өйрәтелмәгәндәре лә бар ине. Матрай балалар баҡсаһы мөдире Венера Йәрмөхәмәтова бәйгелә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Ул да атының көсөн һәм үҙенең оҫталығын һынап ҡараны.«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Йылайыр районы намыҫын яҡлаясаҡ Сәләх ауылы халҡы ла был матур тамашанан ситтә ҡалманы. Уларҙың Йондоҙо Рәсүл Батисов идаралығында икенсе урынға сыҡты.

Ат сабышының Яманһаҙ ауылы биләмәһендә үтеүе бушҡа түгел. Тап ошо ерлек 109-сы йылҡы заводының үҙәге була. Бында башҡорт, дон, ғәрәп тоҡомло аттарҙы үрсетәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 500 баш мал фронтҡа оҙатыла.Һуңғы конкурс - атты тиҙлеккә егеп, бәләкәй түңәрәктә – 500 метрға уҙышыу. Бында ике кеше ҡатнашты.Һынауҙа Радик Әлибаев беренселеккә өлгәште.Милли спорт төрөн популярлаштырыу – бәйгенең төп маҡсаты. Районда тәүгә үткән ат сабышы киләсәктә йыл да уҙғарылып, матур йолаға әүерелер.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей