“Сәсеүҙе ойошҡанлы атҡарып сығыу – төп маҡсат”

Ауыл хеҙмәтсәне өсөн иң яуаплы мәл етте – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Уны район аграрийҙары ниндәй әҙерлек менән ҡаршылай? Техника-агрегаттарҙы ремонтлау, яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары туплау кимәле нисек?Орлоҡ фонды менән хәл нисек тора?Дәүләттән ниндәй ярҙам көтөлә?

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Б. Шәрипов менән ойошторолған интервьюла ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ.

-Азат Булат улы, быйыл райондың сәсеү майҙандары структураһы нисә гектарҙы биләйәсәк?

-Әлеге миҙгелдә сәсеү майҙандары структураһы элекке кимәлдә ҡала һәм яҙғы сәсеү 88 376 гектарҙы тәшкил итәсәк. Атап әйткәндә, иген культуралары – 72 мең, техник культуралар – 9500 һәм мал аҙығы культуралары 6876 гектарҙы биләйәсәк.

-Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек кимәлен нисек баһалайһығыҙ? Иң беренсе сиратта техника-агрегаттарҙы ремонтлау нисек ойошторолған?

-Билдәле булыуынса, беҙҙең төбәк шарттарында иген игеүе еңел түгел. Һуңғы йылдарҙа үҫемлекселек менән шөғөлләнеү айырыуса ҡатмарлашты. Йыл да ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ, туҡтауһыҙ иҫкән ҡыуан ел, ҡатмарлы фитосанитар хәл, юғары хаҡтар хужалыҡтарҙың иҡтисадын һынау алдына ҡуйҙы. Ауыл хужалығы культураларынан тейешле уңыш үҫтереп аала алмау малсылыҡҡа ныҡ йоғонто яһаны. Шунлыҡтан һуңғы осорҙа мал һаны ла бер аҙ кәмене, ҡайһы бер фермер хужалыҡтары ла үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булды.

Ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, район аграрийҙары производствоһын һаҡлап ҡалыу, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү өсөн бар көсөн һала, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй, иртәнге көнгә ышаныс менән йәшәй. Күп хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәренә көҙҙән үк әҙерлек алып барҙы, техника-агрегаттарын ремонтланы, орлоҡ фонды тураһында хәстәрлек күрҙе. Мәҫәлән, Йылайыр зонаһындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары яңы миҙгелгә күптән әҙер. Атап әйткәндә, “Айрат Шәрәфетдинов”, “Рәшит Яхин”, “Нур Рәхмәтуллин”, “Руслан Мөрсәлимов”, “Юрий Найденов” КФХ-лары, Василий һәм Сергей Хреновтар, ағалы-ҡустылы Новиковтар, “Дилә” ЯСЙ-һы, “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте техниканы, орлоҡ фондын әҙерләү буйынса башҡаларға өлгө булып тора. Шул уҡ ваҡытта Һаҡмар зонаһы хужалыҡтарынан Ленин исемендәге АХК, “Радик Рәсүлев”, “Илгиз Шәмсетдинов”, “Илфат Сәфәрғәлин” КФХ-лары, Баймаҡтан “Рәмил Байрамғолов” КФХ-һында ла яҙғы сәсеү тураһында мәлендә хәстәрлек күрәләр. Уларҙа төп техника паркы әҙер тиерлек, әле агрегаттарҙы комплектлау эштәре менән шөғөлләнәләр. Башҡа хужалыҡтар ҙа уларҙан өлгө алырға һәм ремонтҡа тиҙерәк тотонорға тейеш.

-Үткән йылдағы ҡоролоҡ, белеүебеҙсә, яңы сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ фонды тупларға мөмкинлек бирмәне. Был мәсьәлә бөгөн нисек хәл ителә?Дәүләттән бының өсөн ниндәй ярҙам ҡарала?

-Эйе, был киҫкен мәсьәлә һәм уны ыңғай хәл итеү маҡсатында район хакимиәте бер нисә тапҡыр ярҙам һорап Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә I репродукция орлоҡ һатып алған осраҡта республика бюджетынан субсидия бүлеү күҙ уңында тотола, уның 50 проценты ҡапланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта элита һәм супер элита орлоғо һатып алған өсөн федераль бюджеттан ярҙам бүленә, әммә ул сәсеүҙән һуң биреләсәк.

Атап әйткәндә, быйыл барлығы 14 мең тонна иген культуралары орлоғо талап ителә, әлегә шуның 8 тоннаһы тупланған. Хужалыҡтар тарафынан I репродукциялы орлоҡ һатып алыу дауам итә, был тәңгәлдә “Илфат Сәфәрғәлин”, “Рафиҡ Рәсүлев”, “Харис Моратов”, “Линар Әхмәтов” КФХ-лары, “Колос”, “Салауат” ЯСЙ-лары әүҙем эшләй.

Техник культураларға килгәндә, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етен орлоғо менән – 75, рапстыҡы менән 80 процентҡа тәьмин ителгән. Ә бына мал аҙығы культуралары һатып алыу буйынса проблема булмаҫ, тип уйлайым, сөнки ул үҙебеҙҙә лә етерлек. Атап әйткәндә, “Салауат” ЯСЙ-һы, “Барис Миңлебаев”, “Илгиз Шәмсетдинов”, “Динар Ситдыҡов” КФХ-лары күстерә һәм донник орлоғо һуғып алды һәм уларҙан һатып алырға мөмкин.Хәйер, иҫкергән мал аҙығы культуралары майҙандары беҙҙең районда күп һәм уларҙы яңыртыу буйынса эшләйһе лә әле эшләйһе.

-Һуңғы йылдарҙа районда иҡтисади табышлы культураларға йөҙ борған фермерҙар һаны арта.Яңы культуралар сәсеү менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Был күренеш быйыл да дауам итерме?

-Дөрөҫ, беҙҙең Урал аръяғы төбәге шарттарында ҡоролоҡҡа сыҙамлы, иҡтисади йәһәттән табышлы культуралар үҫтереү бик тә актуаль. Һуңғы йылдарҙа күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етен, рапс кеүек техник культуралар, нут кеүек ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү менән шөғөлләнә башланы. Әйтергә кәрәк, уларҙы сәсеү үҙен бар яҡлап та аҡлай, хужалыҡ иҡтисадына яҡшы килем килтерә. Ниғәмәттән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фирғәт Мансуров былтыр районда тәүләп беҙҙең төбәк өсөн яңы культура – сафлор сәсте. Үҫемлек майы алыр өсөн үҫтерелгән был культураға ихтыяж бик ҙур һәм уның орлоғо ла бик ҡиммәт. Ҡоролоҡҡа ла бик сыҙамлы.Атап үтелгән фермер унан яҡшы уңыш йыйып алды һәм башҡалар ҙа был культураны үҫтереү менән ҡыҙыҡһына.

Әммә шул уҡ ваҡытта иген-ҡуҙаҡлы культуралар сәсеү майҙандары структураһында юҡ кимәлдә, уларҙы үҫтереү менән бик һирәк хужалыҡтар шөғөлләнә. Нотоҡ борсағын (русса – нут.ред) “Сергей Мичунов”, “Рәшит Яхин”, “Андрей Юлғотлин”, “Салауат Ибраһимов”, “Айрат Шәрәфетдинов” КФХ-лары, борсаҡты “Борис Новиков” КФХ-һы һәм “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте сәсә.

-Яғыулыҡ-майлау материалдары һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һатып алыу буйынса хәл нисек?

-Әлегә район аграрийҙары тарафынан 34,5 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнгән, уларҙы туплау дауам итә. Һуңғы осорҙа илдәге һәм донъялағы хәлдәр менән бәйле, гербицидтар һатып алыу менән проблема булмаясаҡ, тип уйлайым, сөнки улар, нигеҙҙә, Ҡытайҙан килтерелә. Әйткәндәй, хужалыҡтар тарафынан әле үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алыу дауам итә.

-Һуңғы тиҫтә йылда тәбиғәт-климат шарттары төбәк аграрийҙарын бер ҙә ҡыуандырмай. Быйылғыһы нисек күҙаллана?Иген үҫтереү, мал аҫрау өсөн яуым-төшөмө булырмы, ҡоролоҡ тағы ла йонсотмаҫмы – бына ошоноң ише етди мәсьәләләр борсой ауыл хеҙмәтсәнен...

-Эйе, беҙ йыл да яңы миҙгелгә ҙур өмөт бағлайбыҙ, үҙебеҙсә уй-ниәттәр ҡорабыҙ. Әлбиттә, быйылғы ҡыш миҙгелендә үткән осорға ҡарағанда ҡар күп яуҙы, әммә һуңғы йылдарҙа климат шарттарының ҡырҡа үҙгәреүе, гел ҡороға тартыуы хәүеф тыуҙыра. Шулай булғас, ниндәйҙер аныҡ фараздар ҡылыу мөмкин түгел. Тимәк, беҙгә тәбиғәттең теләһә ниндәй “сюрприз”дарына әҙер булырға, үҫемлекселектә барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәк. Атап әйткәндә, иң беренсе сиратта сәсеү технологияһы күҙәтелергә, ер тураһында даими хәстәрлек күрелергә, минераль һәм органик ашламалар ҡулланылырға тейеш. Үҫемлекселекте фәнни нигеҙләнгән талаптарға ярашлы ойоштороу үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Тап ошо талаптарҙы үтәгән хужалыҡтар ҡоролоҡло йылдарҙа ла ярайһы уңыш үҫтереп ала. Миҫал өсөн “Айрат Шәрәфетдинов”, “Рәмил Байрамғолов”, “Сергей Мичунов”, “Андрей Юлғотлин”, “Рәшит Яхин”, “Илгиз Шәмсетдинов” КФХ-ларын телгә алыу ҙа етә.

Күп сәсеү майҙандарына эйә булып та сифатлы орлоҡ, тейешле технология, ашлама ҡулланыу кеүек мәсьәләләр менән шөғөлләнмәгән хужалыҡтарҙа,тәбиғи, һөҙөмтә лә, киләсәккә ышаныс та юҡ. Тимәк, беҙгә атап үтелгән ошо мәсьәләләр менән ныҡлап шөғөлләнеү мотлаҡ, шунһыҙ үҫемлекселектә бер нигә лә өлгәшә алмаясаҡбыҙ.

-Урал аръяғында сәсеүлектәрҙе һуғарыу буйынса проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тип көтөлә. Ул райондың ҡайһы зоналарында тормошҡа ашырыласаҡ?

-”Агродинамик” компанияһы беҙҙең районда мелиорация эштәре менән шөғөлләнәсәк. Ошо маҡсатта улар “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы” базаһында үҙҙәренең ойошмаһын булдырып, ошо яҙ элекке “Йылайыр” совхозының Урал бүлексәһендә система төҙөүҙе башлаясаҡтар. Әйтергә кәрәк, беҙҙең районда һуғарыу системалары булдырыу күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә, был ауыл хужалығы культуралары үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер ине. Был инвестор элекке “Йылайыр”, “Ирәндек” һәм “Баймаҡ” совхоздарының буш ятҡан ерҙәрендә һуғарыу системалары төҙөп, уларҙа ауыл хужалығы культуралары үҫтереү менән шөғөлләнәсәк.

-Украиналағы хәлдәр һәм беҙҙең илгә ҡарата санкциялар менән бәйле, ошо көндәрҙә республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов етәкселегендә үткән видеокәңәшмәлә дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүләсәге билдәле булды. Уның аграрийҙарға ыңғай йоғонтоһо булдырмы?

-Һис шикһеҙ, дәүләттән аграр йүнәлешкә ярҙам буласаҡ. Беренсенән, I репродукциялы орлоҡ һатып алған өсөн субсидия биреләсәк. Икенсенән, быйылғы миҙгелдә иген, майлы культураларға ихтыяж ҙур һәм уларға хаҡтар ҙа яҡшы буласаҡ.Өсөнсөнән, һөт менән иткә лә хаҡтар тотороҡло буласаҡ. Продукцияны Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Азия илдәренә күпләп һатыу күҙ уңында тотола. Минеңсә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү рентабелле буласаҡ.

Ләкин шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлекте лә оноторға ярамай: малға ситтән төрлө ауырыуҙар индереү, яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡланған келәттәрҙә янғын сығыу ихтималлығы ла бар, шуның кеүек күренештәрҙән һаҡ булайыҡ.

Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен тейешле әҙерлек менән ҡаршы алыу һәм уны ойошҡанлы атҡарып сығыу – бөгөнгө көндөң иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, мөһим кампанияны тейешле кимәлдә ҡаршы алыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ, яҙғы бер көндөң йылды туйҙырыуын онотмайыҡ.

Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей