Яҙғы баҫыу эштәренә әҙербеҙме?
-Көтөләсәк яҙғы баҫыу эштәре үҙенең үҙенсәлеге менән башҡа кампанияларҙан айырылып тора, - тип билдәләне үҙенең сығышында Азат Булат улы. - Өс йыл рәттән ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡтарҙың иҡтисади хәле яҡшынан түгел, орлоҡ та етешмәй, санкциялар ҙа үҙенең эҙемтәләрен бирәсәк. Миҙгелдең крәҫтиән өсөн нисек килеүен дә аныҡ ҡына фаразлап булмай. Тап бына шундай шарттарҙа беҙгә баҫыу эштәрен атҡарып сығырға кәрәк буласаҡ...
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкселегендә үткән кәңәшмәлә иң мөһим кампанияларҙың береһе – яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек көн үҙәгенә сығарылды. Ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары, эшкәртеү предприятиелары етәкселәре ҡатнашҡан һөйләшеүҙә аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, кредит биреү, техника-агрегаттарҙы, орлоҡ фондын яңы миҙгелгә әҙерләү барышы, шулай уҡ төбәктәге эпизоотик хәл һәм малсылыҡтың бөгөнгө һулышы мәсьәләләре ҡаралды.
-Көтөләсәк яҙғы баҫыу эштәре үҙенең үҙенсәлеге менән башҡа кампанияларҙан айырылып тора, - тип билдәләне үҙенең сығышында Азат Булат улы. - Өс йыл рәттән ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡтарҙың иҡтисади хәле яҡшынан түгел, орлоҡ та етешмәй, санкциялар ҙа үҙенең эҙемтәләрен бирәсәк. Миҙгелдең крәҫтиән өсөн нисек килеүен дә аныҡ ҡына фаразлап булмай. Тап бына шундай шарттарҙа беҙгә баҫыу эштәрен атҡарып сығырға кәрәк буласаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙе тәүге планға ҡуйыуы һәм аграрийҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүе өмөт уята, ныҡлы ышаныс тыуҙыра. Башҡортостан Башлығы һәм Ауыл хужалығы министрлығы ла Урал аръяғы райондарына яҙғы сәсеү мәлендә ярҙам күрһәтәсәк. Тимәк, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып, баҫыу эштәрен ойошҡанлы һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу – төп бурыстарҙың береһе.
Аграрийҙарға кредит биреү тәртибе менән Рәсәй ауыл хужалығы банкы белгесе Миңзилә Арыҫланбаева һәм “ПромТрансБанк”тың Баймаҡ бүлексәһе идарасыһы Динар Хисмәтуллин таныштырҙы.
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәмис Әмиров ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы тураһында сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, бығаса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы артабан да дауам итәсәк, грант программалары ла туҡтатылмаясаҡ. Әле “Агростартап” программаһы старт алды. Быйылдан аграрийҙар өсөн “Агротуризм” тигән яңы проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. “БР-ҙа табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы яңынан тергеҙелә.
Сәсеү майҙандары структураһы һәм миҙгел алдында торған бурыстар тураһында – райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов, техник тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында – Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Булат Байрамғолов, яҙғы баҫыу эштәренә орлоҡ әҙерләү тураһында “Россельхозцентр” ФДБУ-һының Баймаҡ район бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин телмәр тотто. “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең зоотехния буйынса белгесе Дилә Муҡаева малсылыҡтың бөгөнгө һулышы, район ветстанцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкиров эпизоотик хәл тураһында һөйләне.
Азамат Мөхәмәтшин.
Автор:Азамат Мухаметшин