Мал ҡышлатыу — яуаплы осор
Ҡыштың иң ҡыҫҡа һәм һуңғы айы ла ахырына етте. Малсылыҡ өсөн яуаплы булған ҡышлатыу осоро һыуыҡ һәм ҡатмарлы миҙгел тамамланыу менән генә бөтмәй.
Ҡыштың иң ҡыҫҡа һәм һуңғы айы ла ахырына етте. Малсылыҡ өсөн яуаплы булған ҡышлатыу осоро һыуыҡ һәм ҡатмарлы миҙгел тамамланыу менән генә бөтмәй. Малдар йәшел үләнгә аяҡ баҫҡансы байтаҡ ваҡыт бар әле. Хужалыҡтарҙа ҡышлатыу нисек үтә, аҙыҡ етерлекме — ошо хаҡта район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов бәйән итә:
— Бынан алдағы ике йылда ла ҡоролоҡ булыуы арҡаһында беҙ быйылғы ҡышҡа запасһыҙ индек, элекке йылдарҙа бесән-һалам артып ҡала ине. Әлбиттә, хужалыҡтар малды кәметмәү өсөн ҡышлатыу миҙгеленә етерлек аҙыҡ тупларға тырышты. Силәбе өлкәһенән, Архангел районынан һатып алдылар.
Район хужалыҡтарында бөтәһе 5944 баш эре мал, шул иҫәптән 2925 баш һауын һыйыр бар. Йылҡы һаны — 4528, һарыҡтар — 5230. Мал аҙығы наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан, продукцияны кәметеүгә юл ҡуйылманы. Бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса 21 кг һөт алына. Тулайым һауым 31 тонна тәшкил итә. Артымға килгәндә, был күрһәткес тәүлеккә район буйынса уртаса 854 грамм булһа, «Красная Башкирия» хужалығында 900-1000 грамға еткерләр. Ит бөтәһе 1317 тонна етештерелгән.
Быға тиклем районда симментал тоҡомло һыйырҙар үрсетелһә, һуңғы йылдарҙа голштин-фриз (ҡара-ала) тоҡомло малдарға иғтибар бирелә. Әйтәйек, «Красная Башкирия» АХК-һы, Р. Юлдыбаев, Р. Ғәлимовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары шуларҙы алды. Симментал һыйырҙар беҙҙең төбәккә тулыһынса яраҡлашҡан, ит тә, һөт тә биреүсе универсал тоҡом. Ә ҡара-ала һыйырҙарҙан яҡшы продукция алыу өсөн уларҙың рационы тулы һәм бай булырға тейеш. Беҙҙең районда ит йүнәлешендәге лимузин, герефорд тоҡомдары ла үрсетелә. Улар итте күберәк бирә, артым да тиҙерәк алына. Мәҫәлән, сағыштырыу өсөн йәш ярымлыҡ симменталдар 180-200 килограмм булһа, ит тоҡомлолар 350-400 килограмға тиклем етә. «Серпков» крәҫтиән-фермер хужалығында 300 баш герефорд иҫәпләнә, «Старцев» КФХ-һы ошондай тоҡомло 60 тана алды һәм улар быҙаулай башланы. Фермер Р. Яныбаев герефордтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнә. Хужалыҡтарҙың һәм фермерҙарҙың тоҡомло малға өҫтөнлөк биреүе бик мөһим, беҙҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫыраған кешеләр аҙ түгел. Тимәк, уларҙа ла тоҡомло мал һаны артасаҡ. Ит йәки һөт йүнәлешендә эшләүселәр өсөн иң беренсе урында генетика торорға тейеш. Шунһыҙ яҡшы продукция алып булмаясаҡ.
Малсылыҡ сығымлы, мәшәҡәтле, әммә кәрәкле тармаҡ. Унһыҙ булмай, бигерәк тә Урал аръяғы төбәге өсөн өҫтәлмә табыш сығанағы булып хеҙмәт итә ул. Үҫемлекселек йүнәлешендә генә эшләгән хужалыҡтар һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе һөҙөмтәһендә бер тинһеҙ ҡалды. Мал тотҡандар был хәлдән сыға алды, сөнки һөт —көндәлек тере аҡса. Малсылыҡ продукцияһына ихтыяж көндән-көн арта, һөткә, иткә ҡытлыҡ. Иген дә экспортҡа күпләп оҙатыла, йылдан-йыл сит илгә оҙатылыусы иген, майлы культуралар күләме арта. Ауыл хужалығы өсөн был яҡшы күренеш.
Йыл аҙағы күрше-тирә райондар өсөн ҡурҡыныс булды. Йоғошло сирҙәр арҡаһында күп һанда малдар юҡ ителде. Беҙ, сиктәш район булараҡ, хәүеф аҫтындабыҙ, шуға ветеринарҙар малдарҙы вакцинациялау менән етди шөғөлләнде. Хужалыҡтарында мал аҫыраусыларға гәзит аша мөрәжәғәт итеп, был эштең мөһимлеген аңлағыҙ, вакцинанан баш тартмағыҙ, тип әйткем килә. Бер нисә айҙан малдар көтөүгә сығасаҡ һәм вакцинацияланмаған бер баш арҡаһында башҡаларына ла сир йоғоу ихтималлығы ҙур.
Мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамларбыҙ тип ышанам, әлегә аҙыҡ етмәй тигән хужалыҡтар юҡ. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, мал һанын теүәл һаҡлап ҡалыу, ҡышлатыу осорон имен-аман үткәреү — беҙҙең алда торған ҙур бурыстарҙың береһе.
Автор:Динара Сафиуллина