БЕҘ ИҪЛӘЙБЕҘ ҺИНЕ, ЯҠТАШ!

Ләмәҙтамаҡ ауылында билдәле яҡташыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы һәм словак милли ихтилалында ҡатнашыусы, “Бейек Татр” партизандар отряды командиры, танылған уҡытыусы Вафа Әхмәҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте.

Вафа Әхмәҙуллин 1922 йылдың 22 февралендә Һөләймән ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул уҡыған мәктәпте Фәйзрахман Зәғәфүрәнов, Нәжибә Мәҡсүтова, Баһауетдин Зәйнетдинов кеүек билдәле шәхестәр тамамлай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә алына. Вафа Мостафа улы илдең көнсығышында, сиктән алыҫ түгел ерҙә хеҙмәт итә. Һуғышты Украинаның Каменец-Подольск ҡалаһында артиллерия батареяһы полкында элемтәсе булып ҡаршы ала. Көсөргәнешле алыштарҙа ҡатнаша, ҡамауҙа була, партизандарға эләгә. 1942 йылдан Украинала партизандар отряды яугиры, һуңынан взвод командиры булып китә.
1944 йылдың авгусында, Украинаның партизандар хәрәкәте штабы ҡушыуы буйынса, 15 кешенән торған төркөм составында словак милли ихтилалына ярҙам итеү өсөн көнсығыш Чехословакияға күсерелә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Вафа Әхмәҙуллин 300-гә яҡын рус, чех, украин һәм словактарҙан торған партизандар отряды ойоштороп, һөжүм иткән Ҡыҙыл Армия частары һәм генерал Людвиг Свобода етәкселегендәге Чехословакия армия корпусы менән ҡушылғанға тиклем етәкселек итә. Отрядҡа урынлашҡан урыны буйынса “Бейек Татр” исеме бирелә. Командирҙы бөтәһе лә Василий тип йөрөтә.
1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың февраленә тиклем партизандар отряды 36 хәрби операция уҙғара. Уларҙың уңышына командирҙың хәрби тәжрибәһе, урындың үтеү өсөн ҡатмарлы булыуы, урындағы халыҡтың ярҙамы булышлыҡ итә. Отряд эшмәкәрлеге өс вермахт полкының эшмәкәрлеген тулыһынса нейтралләштерә.
Беренсе Украина фронтының партизандар хәрәкәте штабы мәғлүмәттәре буйынса, “Бейек Татр” партизандар отряды хәрби операциялар барышында 626 дошман һалдатын һәм офицерын, ике фашист самолетын, дүрт танкын, биш бронетранспортерын, 29 йөк һәм еңел машинаһын, 11 орудие һәм минометын юҡ итә, биш күпер, бер немец штабын шартлата, хортист һалдаттары ротаһын һәм тиҫтәләгән немец ярҙамсыларын әсиргә ала. Партизандар ҡуйған миналарҙа өс транспорт расчеты шартлай.
Вафа Әхмәҙуллиндың батырлыҡтары хаҡында Леонид Леоновтың “Бейек Татр”, Ризван Хажиевтың “Бейек Татр бөркөтө”, Ладислав Беньоның “Бейек Татрҙар азатлыҡ өсөн һуғыштарҙа”, Людвиг Свободаның “Бузулуктан Прагаға тиклем” китаптарында, Муса Ғәлиҙең документаль повесында яҙылған.
Еңеүҙән һуң яҡташыбыҙ бер аҙ Украина ССР-ы Ужгород өлкәһенең район эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары булып эшләй. 1945 йылда демобилизациялана һәм тыуған иленә ҡайта.
Тыныс тормошта ул, уҡытыусы булып эшләп, үҙен тулыһынса халыҡ мәғарифына, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә бағышлай. Мәсәғүт педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Йәмәғәт һәм совет эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1984 йылға тиклем тыуған районы мәктәптәрендә эшләй: Ҡорғатта – уҡытыусы, Әбдрәхимдә – директор, Яңы Мишәрҙә – директор урынбаҫары, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә хәрби етәксе һәм директор урынбаҫары. 1956-1960 йылдарҙа Нуриманов исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1964-1984 йылдарҙа, хаҡлы ялға киткәнсе балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, һуңынан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.
1943-1975 йылдарҙа – участка һайлау комиссияһы рәйесе. Вафа Мостафа улы бик талапсан һәм принципиаль етәксе, юғары профессионаллек өлгөһө була.
Вафа Әхмәҙуллинға “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы”, “СССР-ҙың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. I (ике тапҡыр) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 1939 йылғы Чехословакия тәреһе, бик күп совет һәм Чехословакия миҙалдары менән наградлана. 1945 йылда уға Чехословакияның почетлы гражданы исеме бирелә.
Яугир, педагог, етәксе Вафа Әхмәҙуллин 1998 йылдың 16 ноябрендә вафат була. Тыуған ауылында ерләнә.
Мәсетлеләр күренекле яҡташтарын хәтерләй һәм хөрмәтләп иҫкә ала. Әйткәндәй, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе, шулай уҡ 2629-сы һайлау участкаһы уның исемен йөрөтә. Йыл һайын “Бейек Татр” партизандар отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин призына шахмат турниры уҙғарыла.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей