Яңы Мишәр ауылының үҙ йондоҙо бар!
Барыһы ла үҙгәрә был донъяла, ә ауыл хеҙмәте элеккесә үк барыһына ла һәм һәр кемгә кәрәк. Ябай туйҙырыусы һәм бөйөк хеҙмәтсән, крәҫтиән илебеҙҙең төп өмөтө һәм терәге булды һәм булып ҡала. Яуаплылығы сикләнгән "Йондоҙ" йәмғиәте эшсәндәре ергә үҙҙәренең хужаларса хәстәрлекле ҡарашы, яуаплылығы, юғары оҫталыҡтары менән Мәсетле районының ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра, ә хеҙмәт емештәре халҡыбыҙ өҫтәлендә урын ала. Яуаплылығы сикләнгән "Йондоҙ" йәмғиәтендә 47 ауылдашыбыҙ эшләй.Тимәк, 47 кешегә эш урыны булдырылған.
Әйтергә кәрәк, Яңы Мишәр ауылы муниципаль этапта үткән «Айыҡ ауыл-2021» конкурсында беренсе урын яуланы. Нәҡ улар сараларҙы ҙур күләмдә үткәреүе менән хайран ҡалдырҙы. Бында башҡорт йолалары ойошторолдо. Хановтар йортондағы ҡаҙ өмәһе барышында «Иң оҫта ҡаҙ йолҡоусы» һәм «Иң оҫта ҡаурый һыҙҙырыусы» ярыштары үтте. Латиповтар ғаиләһендә үткән һуғым һуйыу йолаһы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Гөрләп билмән байрамы уҙҙы. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауылса ГТО, ауыл бәйгеһе ойошторолдо. Төрлө үҙенсәлекле флешмобтар «Мин тартмайым, ә һин?» , «Хәмер эсмәй башҡорт, сәй эсә!», «Билмән бум» күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ауыл халҡы талантлы һәм бик тырыш булып сыҡтылар, сәләмәт тормош алып баралар. Айыҡ тормош пропагандалау буйынса бик ҙур эш алып бара улар. Хәҙер Яңы Мишәр ауылы республика кимәлендә үткән «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ.