Жизнь связан с АПК и войной
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар ваҡыт үтһә лә, был ҡәһәрле осор ветерандарҙың ғына түгел, бөтә ил халҡының хәтерендә ҡурҡыныс бер мәшхәр булып уйылып ҡалған. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа типһә тимер өҙөрлек егеттәр, ил уҙамандары, аҫыл ҡыҙҙар ҡулдарына ҡорал тотоп яуға күтәрелде. Уларҙың араһында Ниғмәтуллин Ғарифулла Ниғәмәт улы ла була.
Ниғәмәтуллин Ғарифулла Ниғәмәт улы 1925 йылда Мәсетле районының Ғүмәр ауылында тыуған.
7 се синыфты бөтөргәс, Һуңынан ул слесарь һөнәрен үҙләштергәс тыуған колхозында слесарь булып эшләй. Ҡәһәрле һуғыш башланғас йәш егет колхозда тракторҙа ла эшләй, ер һөрә, ашлыҡ сәсә. Ҡышын урманда ағас ҡырҡа.
1942 йылда комиссия үткәс Ғарифулла Ниғәматуллин һуғышҡа китә.
1943 йылдың октябрендә егет хәрби ант бирә һәм 40 —сы полктың 12 се бригадаһына эләгә.
Ғарифулла Ниғәмәт улы бик күп илдәрҙе немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Латвия, Литва, Эстония, Польша, аша үтә. "Варшаваны азат иткәндә һалдаттар ныҡ ҡырылған".
. Тик фронттың алғы һыҙығында һуғышырға тура килә уға. Бер туҡтауһыҙ фашист пуля яуҙыралар, самолеттар бомба ырғыталар. Фашист һалдаттары тиҙ генә бирешергә теләмәйҙәр. Баш ҡалҡытыр ҙа әмәл юҡ. Ҡапыл ғына эргәлә туп яралды. Бөтә тирә-яҡ ҡаратуҙанға батты, әйтерһеңдә көн менән төн алышынды. Ниндейҙер көс Ғарифулланы өҫкә сөйөп йәһәннәмгә осорҙо. Ул аңына килгәндә тирә-яҡ тып -тын. Аҡ халат кейгән кешеләр генә йүгерешәләр, тик ниңәлер уларҙың тауыштары ишетелмәй. Ошо алышта Ғарифулла Ниғәмәт улы контузия ала һәм бик ҡаты яралана. 3 ай буйы госпиталдә ятҡандан һуң Варшава ҡалаһы янында алыштарҙа ҡатнаша. Германия еренә тиклем барып етеп, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға "Орден Боевой Славы", " Взятие Берлина", "Взятие Варшавы", миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан ул 1950 йылдың көҙөнә ҡайтып төшә. Ғүмәр ауылында комбайнер булып эш башлай.
- Дан!
Мәңгелек дан Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына!
Йылдар үтәр, ләкин, онотолмай улар күрһәткән батырлыҡтар, халыҡ күңелендә мәңге һаҡланып ҡалыр
. Онотмайыҡ ҡәһәрле һуғыш йылдарын!
Онотмайыҡ!