УЛАР АЛДЫНДА МӘҢГЕ БУРЫСЛЫБЫҘ
Һуғыш. Ошо биш хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ күңел яраһы, емерелгән яҙмыштар, өҙөлгән ғүмерҙәр, мөхәббәт, етемлек ауазы яңғырай. Яуызлығы һәм яһиллығы бер ниндәй үлсәүҙәргә лә һыймай. Аяуһыҙ дошманды тар-мар иткәндә бик күптәрҙең исеме легендаға әүерелә, улар бөгөн дә киләсәк быуын өсөн һоҡланғыс өлгө булып тора.
Бөгөн 80 йәше уҙғандарҙың бала сағы, яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы һәм ул килтергән күп төрлө ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ һәм башҡа ҡыйынлыҡтар менән бәйләнгән. Типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр һуғышҡа ебәрелә, шулай уҡ 17-18 йәшлек кенә ҡыҙҙар ҙа Ватан оран һалыу менән ҡупшы кейемдәрен тупаҫ һалдат шинелдәренә алыштыра. Ә бит уларҙың күбеһе һөйөргә, һөйөлөргә лә өлгөрмәгән була.
Шул осорҙа бала-сағалар ҙа аяныслы көндәр кисерә. Ҡайным Миңнулла Арыҫлангәрәй улы Юлмөхәмәтовҡа һуғыш башланғанда 9 йәш тә тулмаған була. Ҡарлыман ауылында тыуып үҫкән малайҙың 1944 йылда алыҫ Украинаға тиклем һарыҡтар ҡыуып алып барыуҙа ҡатнашыуы – үҙе бер тарих.
- 1944 йылдың 2 майында атайым Арыҫлангәрәй, әсәйем Мәрзиә, ағайым Рамазан һәм тағы өс кеше Ҡырмыҫҡалынан 550 баш һарыҡ көтөүен алып, юлға сығып киттек. Чкалов, Куйбышев, Саратов, Воронеж, Ворошиловград ҡалаларын үтеп, 22 ноябрҙә Харьковҡа, унан Савинский районына барып етеп, малдарҙы тапшырҙыҡ. Волга һәм Дон йылғаларын аша сығыу һәм күптән түгел яу булған урындарҙан уҙыу иң ауыры булды, сөнки ул ерҙәрҙә миналар булыу ихтималлығы ҙур ине.
Украинала һуғыш үҙенең ҡот осҡос эҙен ҡалдырыуына шаһит булдыҡ. Балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарт-ҡороларҙы тереләй яндырған ел тирмәнен күргәндә кисергән тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Бик күп янған ауылдар аша үтергә тура килде. 1944 йылдың декабрендә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ, - тип күҙ йәштәре аша хәтирәләргә бирелә торғайны яҡыныбыҙ.
Уйлап ҡараһаң, 12 йәшлек үҫмерҙең Украинаға һарыҡ ҡыуып барыуы иҫ китерлек батырлыҡ өлгөһө булып тора. Ә бит уның кеүек быуындары ла ҡатмаған күпме бала еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индерә! Тылда эшләүселәр, фронтовиктар һуғыштан һуң да көндө-төнгә ялғап, тырыш хеҙмәт өлгөләре күрһәтә, илебеҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Миңнулла Арыҫлангәрәй улы ла артабан да һынатмай. 1948 йылда комсомол сафына алына, һуңынан Белоретта урман әҙерләүҙә эшләй, 1951-1952 йылдарҙа Хәйбулла районында механизаторҙар курсында уҡый. Һуңынан Ҡырмыҫҡалы МТС-да эшләй, ошонан армияға саҡырыла. Өс йыл Төркмәнстанда ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1953 йылда Яңы Бәпес ауылы ҡыҙы Нәсимә Ҡәнзәфәр ҡыҙына өйләнә, ғаиләлә бер ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләйҙәр. Армиянан ҡайтҡас ветеринар һөнәренә уҡып, 45 йыл малсылыҡта эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы - 56 йыл.
Эйе, бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Өлөштәренә төшкән яҙмыш уларҙы иртә олоғайта, сыныҡтыра һәм улар тормошта юғалып ҡалмайынса, лайыҡлы ғүмер кисерә. Нәҡ ҡыйынлыҡтар уларҙы ныҡ булырға, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, эш һөйөргә өйрәткәндер, хеҙмәткә сыныҡтырып үҫтергәндер ҙә, моғайын.
Һуғышта ҡорбан булғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы, тылдағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәреп, йонсоп, арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткәндәрҙе иҫкә алайыҡ. Беҙгә яҡты, тыныс көндәр бүләк итер өсөн ғүмерҙәрен, көсөн биргән кешеләр алдында мәңге бурыслыбыҙ. Улар алдында баш эйәбеҙ.
Гөләмдәр Юлмөхәмәтова.
Ҡарлыман ауылы.