Тыл һәм хеҙмәт ветераны Вахитова Бибинур Йосоп ҡыҙы

Минең инәйем, тыл һәм хеҙмәт ветераны: Вахитова Бибинур Йосоп ҡыҙы, 1927 йылдың 12 ғинуар айында, Мәсетле районы Яуыш ауылында урта хәлле ғаилә лә, Йосоп менән Йәмиләнең беренсе балаһы булып донъяға ауаз һала.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән уның, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда үҫмер ҡыҙға 14 йәш кенә була. Бына шулай йәш ҡыҙҙарҙың, иңенә төшә лә инде бөтә булған ил ауырлығы. Яланда ашлыҡтың ҡый-сүп үләнен утау, ҡул менән көлтәләү, мал ҡарау кеүек эштәр эшләү…
Атаһы Фазылов Йосоп Фазыл улы һуғыш осоронда Свердловск ҡалаһына ҡорал заводына эшкә ебәрелә. Инәйемә бик ҡыйын, ауыр булһа ла, ул әсәһенә ярҙам итешеп, үҙенән кесе булған бер туған ҡустыһын ҡарашып үҫтерешә.
Әтейем Вәхитов Габдулхак Вәхит улы, 15 апрель 1921 йылда ошо уҡ ауылда, Вәхит менән Зөләйхәнең бишенсе балаһы булып донъяға килә. Үҙ теләге менән армия сафына иртәрәк китә, һәм Бөйөк Ватан һуғышына хеҙмәт иткән еренән алып китәләр…Һуғыш бөткәс, тағы бер йыл хеҙмәт итергә бойороҡ бирелә.
Әтейем оҙаҡ йылдар "Комсомолец" колхозында комбайнер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Беҙгә 8 ҡыҙ һәм 4 малайға ғүмер бүләк иттеләр. Беҙҙе ҡанаттары аҫтына алып, яратып-һөйөп, тәүфиҡлы, кешелекле, эшлекле бала итеп үҫтерергә тырыштылар. Шуның өсөн дә, мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен һәм улар менән ғорурлана алам!
Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, инәйем барлыҡ колхоз эштәрендә ҡулынан килгәненсә ярҙам итеп: быҙау ҡараған, колхоз баҫыуында сөгөлдөрөн дә үҫтергән, утаған. Ауыр һынауҙарға бирешмәй, сыҙамлыҡ күрһәткән инәйем алдында баш эйәм һәм уға оло рәхмәтлемен!
Инәйем "Герой-Әсә" миҙал һәм ордендар, "Хеҙмәт ветераны" кеүек миҙалдар менән бүләкләнгән. Инәйем 2004 йылдың 9 декабренда 77 йәшендә вафат булды.

Вәсилә Габдулхаҡ ҡыҙы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей