УЖЫМ КУЛЬТУРАҺЫ НИСЕК ҠЫШЛАЙ?
Районда 12264 гектар ужым майҙаны бар. Февралдә белгестәр монолит алып, культураның торошон тикшерҙе. Күрһәткестәр буйынса 62 проценты - яҡшы, 35 проценты - ҡәнәғәтләнерлек, өс проценты насар хәлдә тип табылды.
Быйыл ҡыш ғәҙәти түгел. Һауа температураһы күпкә йылы. Ужым ҡар менән ҡапланһа ла, был культура яҡшы хәлдә тип әйтеп булмай. “Йомшаҡ” температура, йылы ҡыш ужымға тәрән йоҡоға китергә ирек бирмәй. Сәсеүлек шуға күрә яҙға көсһөҙләнергә мөмкин. Ужымға яҡшы старт ярҙамы талап ителә: минераль ашламалар кәрәк буласаҡ, вегетация буйынса улар оҙаҡ терелә.
Сәсеүлектәр торошон иртә килгән, йә иһә оҙаҡҡа һуҙылған яҙ, ҡалын ҡар ҡатламы ла киҫкенләштерергә мөмкин: үҫемлектәр тонсоғоуы ихтимал. Уны баһалау һәм уңышты фаразлау вегетацияға сыҡҡандан һуң ғына мөмкин буласаҡ.
Агрономдар яҙын ҡар иреп бөтөп, көндәр ҡапыл һыуытып ебәреү хәүефен дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Былтыр ужым матур ҡышлаған да кеүек ине, баҫыуҙарға ашлама ла индерә башлағайныҡ, һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе сәбәпле, көҙгө культурала юғалтыуҙар булды.