Фәлсәфә – тимәк, аҡыллы
Ҡыҙы тыуғас, атаһы уға яратып Фәлсәфә тип матур һәм үҙенсәлекле исем ҡуша. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә ул философия (фәлсәфә) тигәнде аңлата. Атаһы ҡыҙының етди ҡара күҙҙәренә ҡарағас, уның сибәр генә түгел, ә аҡыллы һәм төптән уйлап эш итәсәген аңлағандыр, бәлки. Һәм ул яңылышмаған да.
Уҙған ғүмеренә байҡау яһағанда Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмауы, шуға бәхетле булыуы хаҡында һөйләй. Оҙаҡ йылдар буйы, 35 йыл ауылда фельдшер булып эшләй, тәүҙә иренең тыуған яғында - Әлшәй районының Сурай ауылында, һуңынан инде туғандарының кәңәше буйынса күсенеп килгән Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ТПХ-һында.
Ә хеҙмәт юлын ул Белорет медицина училищеһын тамамлағас, тыуған Учалы ҡалаһының дауаханаһында лаборант булып башлай. Әммә ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙе тураһында тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдыра. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында, көн тимәй, төн тимәй, үҙенең пациенттары янына ашыға һәм уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, хәлен еңеләйтергә тырыша. Хатта бала табыусы ҡатындарға ла булыша. Уның ҡатнашлығында ете сабый яҡты донъяға ауаз һала. «Ҡурҡыныс булды, әлбиттә, - тип иҫләй Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы. – Бөтәһе лә яҡшы үтһен тип теләй инем, сөнки яңы кешеләргә был тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итеү – яуаплылыҡ та, бер үк ваҡытта оло шатлыҡ та». Ауылдаштары өсөн ул ысын докторға әйләнә, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та уға кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп була. Фельдшер Ғәтиәтуллинаның һөнәри эшмәкәрлеге район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Тормош иптәше Юлай Вәлиулла улы менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларға яҡшы белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итәләр. Ҡыҙҙары Илмира һәм Гөлназ, улдары Салауат күптән инде үҙҙәре атай-әсәй. Фәлсәфә өләсәй һәм Юлай олатайҙың йәмле йорттарына шатлыҡ өҫтәүсе дүрт ейән һәм ейәнсәре бар. Был пар 46 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Танышыуҙары бик ҡыҙыҡлы килеп сыға. Бер-береһен быға тиклем бер ҙә күрмәгән ике йәш йөрәк ҡоҙа-ҡоҙаса булып сыға. Юлай әрмелә хеҙмәт иткәндә, оло ағаһы Фәлсәфәнең апаһына өйләнә. Демобилизацияланғандан һуң, егет ағаларына ҡунаҡҡа килә, ә унда квалификация күтәреү курстарында уҡып йөрөгән Фәлсәфә лә була. Шулай итеп осрашалар.
«Ул миңә тәү күреүҙән үк оҡшаны, - тип ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала Юлай Вәлиулла улы. – Сибәр ҙә, егәрле лә, баҫалҡы ла, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын башҡорт ҡыҙы. Әсәйем дә уны бик яратты, үҙенең фатихаһын бирҙе». Бер-береһе өсөн яратылғандарын улар, тәү күреүҙән үк аңлағандыр, моғайын. Икеһе лә - баҫалҡы, ябай, изге күңелле, ижади кешеләр. Юлай Вәлиулла улы оҙаҡ йылдар буйы водитель булып эшләһә лә, һөнәре буйынса - механизатор. Әҙәбиәт ярата, яҡындарының юбилейҙарына, шулай уҡ тыуған яҡтың матурлығына арнап башҡорт телендә шиғырҙар яҙа. Бик күптәре «Балҡантау» район гәзите биттәрендә баҫыла. Ә уларҙы тәү башлап иң яҡын кешеһе – ҡатыны ишетә. Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы ла ижади кеше: мандолинала уйнай, күп тапҡырҙар ауылда ғына түгел, район кимәлендә лә үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт коцерттарында ҡатнаша. 4-се класта уҡығанда музыка ҡоралын тәү тапҡыр ҡулына алһа, хәҙер инде буш ваҡыттарында тормош иптәше бүләк иткән матур, яңы мандолинаһынан йортто күңелле көйҙәр менән тултыра. Был минуттарҙа Юлай Вәлиулла улы урынында ултырып сыҙай алмай. Ул күҙгә күренеп йәшәрә һәм дәртләнеп бейеп китә.
Күп йылдар дауамында Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы ауыл Советы депутаты итеп һайлана, хужалыҡтың ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе була, ата-әсәләр комитеты составында тора. Уның бер ҡасан да һынатмаясығын яҡшы белгәнгә күрә, бар эштәрҙе лә ышанып тапшыралар.
Ғәтиәтуллиндарҙың тормошо бик еңелдән булмай. Колхозда тырышып эшләйҙәр, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсала емеш-еләк үҫтерәләр. Йорт эргәһен йәмгә күмеп, Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы ултыртҡан гөлдәр яҙҙан уҡ сәскә ата башлай. Улар көҙгә тиклем матурлыҡ сәсеп кешеләрҙе ҡыуандыра. Татыу пар балаларын да эш һөйөүсән итеп тәрбиәләгән. Уларҙың ҡунаҡсыл йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй: олоһон да, кесеһен дә улар асыҡ йөҙ, һый-хөрмәт менән ҡаршы ала. Балалары ҡайтҡанда инде йорт шатлыҡ ауаздарына тула. 23-сө ғинуарҙа ла, барлыҡ туғандары һәм яҡындары, күңелдәрендәге һөйөү һәм хөрмәт хистәрен бүләк итергә Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙының 70 йәшлек юбилей табынына йыйылды. «Әсәйебеҙҙең юбилейы – беҙҙең өсөн яҡты байрам, - тиҙәр уның балалары. – Ҡәҙерле, яҡын кешебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Атай йортонда изгелек, йәм, матурлыҡ булһын, уларҙың ҡайнар мөхәббәт уты бында килгән һәр кешене йылытып торһон».
Ҡасандыр Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙының бик ихтирамлы кеше, ауыл муллаһы булған атаһы ҡәтғи әхләҡи ҡағиҙәләрҙе балаларына ла еткерә алған. Хәҙер инде ул үҙе ҡөръән уҡый, уның меңләгән йыллыҡ мираҫын балаларына өйрәтә, ейәндәрен дә Хоҙай нәсихәттәренән ситкә тайпылмаҫҡа өндәй. Ғәтиәтуллиндар ғаиләһенең яңы быуыны ла изгелек һәм эш һөйөүсәнлектең мөһимлеген аңлап үҫә. Бында уларға яҡындары Фәлсәфә Ғабдрахман ҡыҙы һәм Юлай Вәлиулла улының бер-береһе менән аңлашып, мөхәббәттә һәм хәстәрлектә татыу йәшәүе яҡшы миҫал булып тора.
Галина Бурдилева.