Иң ҙур байлыҡ – һеҙ ул

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре байрамы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хеҙмәт батырҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында  “Иҙел” агрофирмаһы етәксеһе Данияр Ғәбитов та бар. Ул БР Хөкүмәте Дипломына лайыҡ булды.

Бер ҡасан булмаһам да, Мәскәү ҡалаһынан йыраҡ урынлашмаған Павел Грудинин етәкләгән алдынғы Ленин исемендәге совхоздағы эш шарттары булдырылған бында, тигән ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерҙем “Иҙел” агрофирмаһында булып ҡайтҡас. Малсылыҡ һәм үҫемлек менән шөғөлләнгән, 70 кешегә эш урыны булдырған хужалыҡ 6 йыллыҡ тарихында бик күп уңышҡа өлгәшкән. “Иҙел”дәрҙең 7777 гектар сәсеүлек ерендә иген, көнбағыш, етен, мал аҙығы үҫтерелә.  Иген, техник культураларҙы етерлек үҫтереү малсылыҡ тармағын тейешенсә алып барырға мөмкинлек бирә. Аҡлы-ҡаралы тоҡомло башмаҡтар һатып алғандар, һауын һыйырҙар һанын 1200 башҡа еткергәндәр. Һыйырҙың һөтө  - телендә, тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә иғтибар ҙур. Үҙҙәрендә ҡатнаш ризыҡ әҙерләнә. Силос соҡорҙарын яңыртҡандар, ферма төҙөкләндерелгән. Машина-трактор паркы яңыртылған.

Хужалыҡ районда көслөләрҙән һанала. Республика буйынса был йәһәттән Мәләүездең алдынғылар сафында булыуын иҫәпкә алһаҡ, барыһы ла аңлашыла. Быларҙың береһе лә әкиәттәге һымаҡ тылсымлы таяҡ ярҙамында барлыҡҡа килмәгән, ә көндәлек, айлыҡ, йыллыҡ хеҙмәт, әсе тир аша яуланған. Уңған эшсәндәрҙе дәртләндереү яғын да уйлап эш итә Данияр Ғаяр улы. Йыл йомғаҡтары буйынса премиялар бирелә, шәхси хужалыҡтарын алып барыуға ярҙам итәләр. Һамара-Ивановкала белгестәргә йорт төҙөгәндәр. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәт кешеһен ҡәҙер итә белә  улар. Лариса һәм Иван Меркуловтар ғаиләһенән генә 5 кеше эшләй хужалыҡта. Бер нисә йыл элек Бөрйән яғынан йәш белгес Шамил Баязитов төпләнгән, бөгөн иһә ерегеп дәртләнеп эшләп йөрөй.

Ауылды төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай етәкселек. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, уларҙың бағымсылыҡ ярҙамында ауыл урамына асфальт түшәлгән. Хеҙмәтсәндәгә ял урыны булдырыу маҡсатында 2 гектар ерҙә 6800 төп ағас ултыртыу күҙаллана. Һамар-Ивановка, Ҡыҙрай ауылдарында көндәлек ҡулланыу тауарҙары магазиндарында үҙҙәре тештергән тауар һатыла.

Икмәк булһа, йыр ҙа була, тиҙәр, ә ауыл хужалығы эшсәндәре, уларҙың тырыш, намыҫлы хеҙмәте булмаһа, бер нәмә лә юҡ тигән һүҙ. Уңдырышлы ер - ҙур байлыҡ, унан да ҙурыраҡ байлыҡ - тир түгеп эшләгәндәр. Аяғында ныҡлы баҫып торған “Иҙел” агрофирмаһы күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Ә. Имамова.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей