“ИҢ ҘУР БАЙЛЫҒЫБЫҘ – БАЛАЛАР”, - ТИ ХӨСӘЙЕНОВТАР

Заманында гөрләп торған колхоздарҙа ең һыҙғанып, ал-ял белмәй эшләгән ағай-апайҙарыбыҙ күптән инде хаҡлы ялға сығып, үҙҙәре олатай-өләсәй булып, ауылдарҙы йәмләп көн итәләр.

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Әлфира һәм Хә­бир Хөсәйеновтарҙың да бар ғүмере тыуған ауылдары, туған кол­хоздары менән тығыҙ бәйләнгән.
Ишле ғаиләлә ете малай ара­һында кесе йәштән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән Хәбир Фәрит улы 10 йәшенән колхозда эшләй башлай. 18 йәшендә барлыҡ ағайҙары кеүек армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Һуңынан хеҙмәт юлын РМСУ-ла төҙөлөш эштәрендә дауам итә. 24 йәшендә үҙҙәренең ауылынан алты ҡыҙ үҫкән ғаиләлә тәрбиәләнгән 19 йәшлек Әлфи­раны кәләш итеп ала. Әлфира апай мәктәпте тамамлағандан һуң Стәр­летамаҡ педагогия учили­щеһына документтарын илтә. Ләкин, имтихандарҙы тапшыра алмау сәбәпле, уға ауылға кире әйләнеп ҡайтырға тура килә. Башҡа ҡыҙҙар икенсе йылына барып, уҡырға инеп киттеләр, ә мин ауылда һауынсы булып тороп ҡалдым, тип һөйләй Әлфира апай. Шулай ҙа, үткән ғүмеренә һис үкенмәй ул. Кемдер балалар уҡытырға, кемдер һыйыр һауырға, иген үҫтерергә лә тейеш бит, ти.
Хәбир Фәрит улы фермала малсы булып эшләһә, Әлфирә Вилдан ҡыҙы иһә һы­йырҙар һауа. Билдәле булыуынса, ферма эшен­дә бер ҡасан да ал-ял юҡ. Ял көн­дәре булһынмы, байрамдармы, йыл әйләнәһенә малҡайҙарҙы аша­тырға, һөттәрен һауырға кәрәк. Шуға ла, улар был хеҙмәттең тәмен яҡшы белә. Өҫтәүенә, йәйен сөгөлдөр утарға, көҙөн уңышты ҡырып тапшырырға ла кәрәк. Колхоз тамамланғандан һуң Хәбир ағай ун йыл мәктәп ҡаҙанлығында эшләп, Әлфира апай 13 йыл мәк­тәптә иҙән йыуып хаҡлы ялға сығалар.

 Гөлсәсәк Аласова.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей