"Журналист халыҡ ышанысын аҡларға бурыслы" Матбуғат ветераны Нурия Яруллина менән заман журналистикаһы, шиғриәт һәм ижад тураһында әңгәмәләштек

"Журналист халыҡ ышанысын аҡларға бурыслы" Матбуғат ветераны Нурия Яруллина менән заман журналистикаһы, шиғриәт һәм ижад тураһында әңгәмәләштек

Хөрмәтле ветераныбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нурия Кинйәбай ҡыҙы Яруллина күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ул 1999–2006 йылдарҙа "Йүрүҙән" гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне. Үткер ҡәләмле журналист, шиғри күңелле, йор һүҙле ҡәләмдәшебеҙ әле лә үҙенең ижады менән гәзит уҡыусыларҙы һөйөндөрә. Юбилейы уңайынан беҙ, уның менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ. – Нурия Кинйәбай ҡыҙы, журналистикаға Һеҙ нисек килдегеҙ, был осраҡлы булдымы, әллә бала саҡ хыялы инеме? – журналистикаға килеүем осраҡлы булды, тип әйтә алмайым. Яҙышырға тигән теләк мөғәллимлекте еңде. 1978 йылдың 20 сентябрендә, тап тыуған көнөмдә, районыбыҙҙың “Ленин байрағы” гәзитендә хәбәрсе булып эш башланым. Коллектив бик яҡшы ҡаршы алды. Ул саҡтағы редактор Хатмулла Абдулла улы Ғафаров берҙәм, уңған коллектив туплағайны. 35 йылға яҡын хеҙмәт эшмәкәрлегем редакцияла үтте. 1999 йылда райондың башҡорт телендә үҙ аллы нәшер ителә башлаған “Йүрүҙән” гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләндем. журналистиканы һайлауыма һис тә үкенмәйем. Яҙмышыма рәхмәтлемен. – Тәүге яҙған мәҡәләгеҙҙе хәтерләйһегеҙме? – Беренсе мәҡәләм Малаяҙ урта мәктәбе уҡыусыларының бәрәңге баҡсаһында эшләүе хаҡында ине. – Һеҙҙеңсә, заман журналистикаһы ниндәй булырға тейеш? – Заман башҡа – заң башҡа, тигән төшөнсә, минеңсә, журналистикаға ҡағылмаҫҡа тейеш. Ни өсөн тигәндә, халыҡ ташҡа баҫылғанды ысынбарлыҡта шулай икән, тип ҡабул итә, ышана. Тимәк, журналист халыҡ ышанысын аҡларға, юғарынан төшкән күрһәтмәгә бирелеп, дөрөҫ булмағанды ташҡа баҫтырмаҫҡа тейеш. Алдаҡҡа ҡоролған журналистиканың баһаһы ла булмай. Тимәк, иң әүәл ғәҙеллек булырға тейеш. Ил, халыҡ яҙмышында матбуғат сараларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һүҙҙән дә ҡеүәтлерәк ҡорал юҡ бит. Уның ышандырыу көсө ифрат ҙур. Ҡыҫҡаһы, журналистың үҙ уҡыусыларын яңылыш юлға баҫтырырға хаҡы юҡ. – Нисек уйлайһығыҙ, туған телгә хеҙмәт итеү журналистиканың бурысымы? – әлбиттә, туған телгә хеҙмәт итеү – уның иң беренсе сираттағы бурысы. Был хаҡта һөйләй башлаһаң, тотош хеҙмәт яҙырлыҡ. Ғаилә, мәктәп, журналистика – туған телдең йәшәү нигеҙен тәшкил итә. Уның, туған телдең, тимәк, милләттең, халыҡтың киләсәктә йәшәйешен билдәләүсе көс улар. – Элекке журналистика менән хәҙергеһендә айырма күрәһегеҙме? – әүәлге журналистар менән бөгөнгөләр араһындағы айырма ер менән күк араһы, тиер инем. Элекке цензура һәм бөгөнгө һүҙ азатлығы; халыҡҡа хеҙмәт итеү һәм (мине бөгөнгө бәғзе бер журналистар ғәфү итһен) заказ буйынса яҙыу. Йәнә бөгөнгө технология хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Элек аҙнаһына өс мәртәбә өс-дүрт мең тираж менән сыҡҡан гәзитте ҡулдан хәрефтәр менән йыйыу, һуңғараҡ типографик машинала – линотип-хәрефтәрҙе ҡурғаштан ҡойоу. Бөгөн музейҙа ғына күрә торған техникала нәшер ителде гәзит. Хәҙерге замандағы компьютерҙар төшкә лә кермәне. (Былар инде тарих). Рәми Ғарипов әйткәнсә: “журналист – үҙ хәбәрсеһе киләсәктең”. Шулай булғас, киләсәк бөгөн дөрөҫ тәрбиә алһын, тарихты дөрөҫ аңлаһын, баһалаһын һәм йәшәһен өсөн журналисмын, тигән кеше үҙе лә дөрөҫлөктө яҡларҙай, хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалай белерҙәй, объектив шәхес булырға тейеш. – Үҙегеҙ хаҡында ике һүҙ менән... – Үҙем хаҡында, тигәндән. Иң беренсе шуны әйтер инем: йәшәй-йәшәй аңлауым шул – яҙмыш миңә бер нәмәне лә артығы менән бүлмәгән булып сыҡты. Хоҙай Тәғәләнең тәҡдире шулдыр. Килешәм. әтей-инәйемдең яратҡан ҡыҙы, ир ҡатыны, әсәй, өләсәй булыу бәхетен татыным һәм һуңғы ике халәттә йәшәйем. Яратҡан эшем, шөғөлдәрем әле лә үҙем менән. Йәнә шул – Хоҙай минән эш бәхетен йәлләмәгән. Уныһына ла – шөкөр. Кеше араһында кәм-хур булмай йәшәү – ҙур бәхеттер, тимен. Ихтирам, абруй ҙа ят түгел. – Иң ҙур уңышығыҙ? – Иң ҙур уңышым да шулдыр. – Белеүебеҙсә, һеҙ шиғырҙар, хикмәтле хикәйәләр ижад итәгеҙ. Ҡасан килә һеҙгә илһамығыҙ? – Шиғыр, хикәйә яҙыуға килгәндә, мин үҙемде бик ҡоро кеше, тиер инем. Бәғзе берәүҙәр һымаҡ, лирикаға кереп китеп, һөйөү, мөхәббәт тигән нәмәләр хаҡында бер-ике һөйләм дә яҙа алмайым. Уйлағанды, йәғни прозаны шиғри юлдарға ғына һалам. Уларға шиғыр тигән юғары исем дә биреп булмайҙыр. 2018 йылда – “Мөхәббәт көсө”, быйыл “Ғүмер түренә үрләгәндә” исемле китаптарым сыҡты. Улар районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, яҡшы кешеләр (әлбиттә, минең күҙлектән) хаҡында. Ауылдаштары, яҡташтары өсөн белемен, көсөн йәлләмәй хеҙмәт иткән замандаштарыбыҙҙың барыһы ла хөкүмәт, дәүләт алдында юғары баһа алып бөтмәй бит. Тап ошондай шәхестәрҙең исемдәре райондаштары, туғандары, яҡындары күңелендә ҡалһын, хәтирә булып һаҡланһын, тигән маҡсаттан сығып яҙыла китапҡа кегән һүрәтләмә, мәҡәләләр, шиғырҙар геройҙары. – Киләсәккә ниндәй пландар менән янаһығыҙ, теләктәрегеҙ бармы? – Илгә генә түгел, донъяға килгән афәт алдында көн итәбеҙ бит. Шулай ҙа маҡсатһыҙ ҙа йәшәлмәй. Пландар ҙа юҡ түгел. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр бар бит. Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә дуҫлыҡта, туғанлыҡта, берберебеҙгә яҡшы теләктә булып, кәрәк саҡта йөрәк моңобоҙҙо өләшеп, ярҙам ҡулы һуҙып татыулыҡта йәшәргә насип итһен, тигән теләктә йәшәлә. – әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла оҙон-оҙаҡ бәхеттә, һаулыҡта, шатлыҡта, балалар игелегендә, изгелегендә йәшәргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен Һеҙгә

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей