Завод булһа, Себер кәрәкмәй

Илкəнəй ауыл советы хакимиəте башлығы Тимур Иҙрисов ауылы, унда йəшəгəн халҡы яҙмышына битараф түгел, һəр саҡ эшлекле тəҡдимдəр менəн йөрөй. Əле ул Илкəнəйҙə һөт эшкəртеү заводы булдырыу өсөн тырыша. Завод буласаҡ буш торған элекке контора бинаһына ярайһы ғына ремонт башҡарылған: тəҙрəлəре алмаштырылған, плиткалар түшəлгəн. Бында барыһы өсөн (сепаратор, һыуытҡыс һəм башҡа кəрəкле əйберҙəр) 2 миллион 800 мең һум самаһы аҡса кəрəк.

- Халыҡ өсөн тырышҡан эш. Бында 2-3 кеше эшлəйəсəк. Һөттөң литрын 20 һумдан алһаҡ та, халыҡҡа барыбер файҙаһы тейəсəк. Һөт һатам, тип Күмертауға йөкмəнеп барырға, урын өсөн аҡса түлəргə лə кəрəкмəй, бензин да ҡыйбат, ваҡыт та əрəм булмай. Əгəр заводыбыҙ эшлəй башлаһа, бында һөтөн тапшырып бер һыйыр тотҡан кеше айына яҡынса 10 мең һум аҡса эшлəй аласаҡ. Əгəр ике һыйырың бар икəн - 20 мең. Был - ауыл халҡы өсөн яҡшы аҡса, Себергə барып эшлəп йөрөргə лə кəрəкмəйəсəк, - ти Тимур Насибулла улы. Илкəнəйҙəрҙең телəк-ниəте килеп сыҡһын, Тимур Насибулла улының да эшлекле тəҡдимдəре бермə-бер артһын, тип телəргə генə ҡала.

 Айгөл ХАЛИҠОВА

Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей