Зауыҡлы биләмәләр йылы

Башҡортостанда 2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Төп баҫым кешеләр өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға, төҙөкләндереү кимәлен арттырыуға һәм республиканың тораҡ пункттарының тышҡы ҡиәфәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Эйе, ауыл-ҡалаларыбыҙ йылдан-йыл үҙгәрә, күҙгә күренеп матурлана бара. Ауыл халҡының олоһо ла, кесеһе лә бер-береһенән уҙҙырып донъя көтөргә, әйләнә-тирәлә матурлыҡ булдырырға, тирә-яҡты гөл-сәскәгә күмергә тырыша: йорттар матурлана, ихаталар төҙөкләндерелә, йорт ҡыйыҡтары алыштырыла, зыяраттар тәртипкә килтерелә. Кешеләрҙең күпселеге үҙҙәренең йорт яны участкаларын тәртиптә тота, баҡсаларында сәскәләр үҫтерә. Өлкән йәштәгеләр ҙә был эштән ситтә ҡалмай. Улар ҙа ҡулдарынан килгәнсә, йәштәрҙән  ҡалышмаҫҡа тырыша. Ана шундай кешеләрҙең береһе Ташлы-Шәрип ауылында йәшәүсе 89 йәшлек Мөслимә инәй Нагаеваның ихатаһы ла ауылда иң матурҙарҙан һәм зауыҡлыларҙан һанала. Иркен, ҙур йорто ауылда әллә ҡайҙан күренеп, йәмдәр өҫтәп ултыра. Ә инәйҙең баҡсаһындағы аллы-гөллө төрлө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Күп ауылдаштары эш һөйөүсән  инәйгә оҡшарға тырышып, донъя көтә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей