Замандан артта ҡалмағанда, донъя баҙарын яулап була

Ҡалабыҙға БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов, “Экспортҡа йүнәлтелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү үҙәге” директоры Илдус Хәлитов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Вадим Үтәшев һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә танылыу яулаған әйҙәүсе  белгестәр килде.

Башҡорт балын Японияға

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты донъя баҙарына сығарырға булышлыҡ итеүгә арналған сарала тиҫтә йыл ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Артем Симонов менән Александр Прочик мөрәжәғәт итте. Уларҙың балы Японияның эшлекле даирәһендә лә  ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Эшҡыуарҙар сертификатлау, Европа стандарттары, таможня ҡағиҙәләре, транспорт сығымдарын өлөшләтә ҡайтарыу,  субсидия алыу тураһында һорауҙарға яуап тапты. Бөтә Рәсәй ҡортсолары союзы менән әүҙем хеҙмәттәшлектә булған етәкселек артабан да үҙҙәренең ярҙам ҡулы һуҙасағын белдерҙе.

Талҡанды Ҡаҙағстанда ла яраталар

Артабан Өфө етәкселегенә ҡала предприятелары буйынса экскурсия ойошторолдо. Төркөм башта экологик яҡтан таҙа ризыҡ етештергән “Аҡтирмән” компанияһына юлланды. Рима һәм Заһир Күлбаевтар предприятиеның уңыштары, продукция етештереү процессы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, “Аҡтирмән” компанияһы тауарын Ҡаҙағстан аҙыҡ-түлек кәштәләрендә лә табырға була.

“Бирсәткәне үҙебеҙ тегәбеҙ!”

Һуңынан улар “Ликом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә булдылар.  2000 йылда асылған был ойошма түбән температурала, зарарлы тәҫьирҙән һаҡлаған бейәләйҙәр етештерә. Составында латекс һәм башҡа полимер ҡатнашмалар булған бирсәткә нефть һәм газ химияһы сәнәғәтендә эшләгәндәргә бик ҡулай. Продукцияның сифатын яҡшыртыу буйынса яңы алымдар ҡулланыла. Ойошманың етәксеһе Алексей Беспамятнов, баш технолог Лариса Кочеткова Рәсәйҙә берҙән-бер инновацион продукт етештергән предприятиеның эш барышы менән таныштырҙы. Төп конкуренттары - Америка менән Ҡытай эшҡыуарҙары. Әлбиттә,  улар беҙҙең етештереүселәрҙе ҡыҫырыҡлап, донъя баҙарының уртаһында ҡайнай. Күп тапҡыр сит ил вәкилдәре был ойошмала булған,  “Ликом” предприятиеһы нигеҙендә бергә уртаҡ етештереүҙе көйләү тәҡдимен дә индерә. Шуға ла 150 кешегә эш урыны булдырған предприятиела коммерция сере режимы һаҡлана.

Ашланған ер  йомарт ер

Ҡунаҡтар “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәтенә юлланды. Улар предприятиеның етештереү ҡеүәте менән танышты. Бында тәүлегенә 1000 тоннаға яҡын ашлама етештерелә, 600-700 тонна тирәһе ашламаны яҡын-тирәләге хужалыҡтар үҙҙәренең техникаһы менән килеп ала. Йыл башынан 103 мең тонна аммиак селитраһы һатылған. Бер айға был һан уртаса 27-28 тоннаға баҫа. Былтырғыға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк продукция оҙатылған.

Экспортҡа сығарыу алымдары

Көндөң икенсе яртыһында район Хакимиәте бинаһында үткән семинарҙа республиканың көньяғынан килгән эшҡыуарҙар  ҡатнашлығында экспортҡа булышлыҡ итеү механизмдары майҙансығында ошо төр эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы саралары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирелде.

Тормош һәр ваҡыт үҙгәреп торған кеүек, баҙар иҡтисады даирәләре лә үҙгәрмәй ҡалмай. Руслан Заһит улы эшҡыуарҙарға заман менән атларға, әүҙем, мәғлүмәтле булырға һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән эшләргә кәңәш итте.

 Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей