Йәйҙең һәр көнө иҫәптә. «Техника бар, ә эшләргә кеше юҡ», - ти Борис Исхаҡов

Ҡышын да һауын һыйырҙарын мөмкин тиклем һөтлө итеү мәсьәләһе бөгөндән үк хәстәрләнә. Хужалыҡтар бесән мәленең һәр көнөн һөҙөмтәле файҙаланып, мал аҙығын туҡлыҡлы әҙерләргә тырыша. Көндәр эҫе, ямғырҙар яумай. Бындай һауа торошо район фермерҙарына нисек тәьҫир итә икән?
Ошо ҡыҙыу ваҡытта «Подольск» хужалығы етәксеһе Борис Исхаҡовты эшселәре менән мал аҙығы әҙерләү өҫтөндә тап иттек. Беҙ барғанда көн төшкә ауышыуға улар бер «КАМаЗ» бесән тейәп тә ҡуйғандар ине. Ә ҡалған техника артабан да сабыу, тырматыу эшендә ине. Уттай ҡыҙыу ваҡытта Борис Сәлимйән улы беҙгә мал аҙығы әҙерләү барышы тураһында ҡыҫҡаса һөйләргә ваҡытын табып, баҫыу-ҡырҙарын иңләгән тракторҙарға, эшселәргә күрһәтеп хәбәрен теҙҙе.
- Ямғырҙар яумау сәбәпле, бесән быйыл насар, йүнләп үҫмәгән. Мал аҙығы әҙерләүгә К-700, Т-150, КАМАаЗ, Беларустар, Т-25 тракторы йәлеп ителде. Техника етәрлек, әммә эшләргә кеше юҡ. Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан Хәмит Бикбулатов, Надир Бикбулатов, Љыпсаҡтан Вилдан Рахманғолов, Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан Сәйфулла Йәнтүриндар эшләй. Күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡан ир уҙамандар инде. Ауылдан иһә Зиннур Ишмөхәмәтов, Вәлей Љарасов, Рәмил Мәһәҙиев, Хәлил Насретдиновтар ярҙамға килә. Яңы Ергән ауылынан Рафаэль Йәнбирҙин, Вәлиттән йәш фермер Иршат Нурғәлиндың ярҙамы ҙур. Үҙебеҙ эште тамамлағас, уға барып ярҙам итәбеҙ. Фермерҙарға шулай үҙ-ара бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Мәҫәлән, шулай уҡ йәш фермер Светлана Сөләймәнованың техникаһы аҙыраҡ, уларға ла бесән сабып бирәбеҙ.
Эшселәргә килгәндә, тырыштар, көн эҫе, бесән юҡ тип ҡарап тормай, ҡара тир түгеп эшләйҙәр. Эш юҡ, тип өйҙә ятҡан ауыл йәштәре лә эшләй алыр ине. Ата-сәс елкәһендә яталар, шуныһы күңелде ҡыра, - тип һөйләне Борис Сәлимйән улы. - Улым Альберт крәҫтиән-фермер хужалығын алып бара. Бөгөнгө көндә улым менән бергәләп эшләйбеҙ. Тәүҙә малсылыҡ менән дә шөғөлләндек. 150-нән ашыу эре мал тоттоҡ. Ҡоролоҡ булыу, һауынсы, көтөүселәр етмәү сәбәпле, бөтөрөргә тура килде. Бөгөн тик үҫемселек, игенселек менән шөғөлләнәбеҙ. Альберт шулай уҡ сусҡа ла тота, - тип һүҙен дауам итте тәжрибәле фермер.
Эйе, ер эшен яҡшы белгән фермер 1566 гектарҙа, һоло, арпа, бойҙай сәскән, улы Альберт Борис улы 2300 гектар майҙанда өҫтәп көнбағыш та үҫтерә. Єйткәндәй ул «Енисей», «Вектор» кеүек яңы техника ла алған.
- Ауылда кеше малды күп тота. Ҡоролоҡ булғас, бесәнде эшселәргә әҙерләйбеҙ, ауылдағы кешеләргә, хаҡлы ялдағыларға һатабыҙ. Шулай ҙа быйыл күпләп һатып булмаҫ инде. Ауылда кеше мал күпләп тотһон ул, шул саҡта ауылдан китмәй йәшәйәсәк.
Бесәнгә бер аҙна элек төшкәйнек. Июль аҙаҡтары тамамларға ниәтләйбеҙ. Ошонда ҡоролоҡ йылдарында республика хөкүмәте, район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙе бындай етди проблемаларҙа яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Шуныһы ҡыуаныслы.
Хужалыҡта эшселәргә йәшәү өсөн ятаҡ бар, шунда уҡ ашхана ла эшләй. Ашау, йәшәү бушлай, - тип әңгәмәне тамамлап, һәр минут, секунд ҡәҙерле, тип хушлашты беҙҙең менән Борис Сәлимйән улы.
Эйе, йәйге ҡыҙыу осорҙа һәр минут һанаулы. Етәксегә, эшселәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләп хушлашып та өлгөрмәнек, улар йәһәт-йәһәт үҙ тракторҙарына ултырып, эштәрен дауам иттеләр.
Хәмит Бикбулатов, Йылайыр районы Мәҡсүт ауылы:
- Борис Сәлимйән етәкселегендә эшләүемә һигеҙ йыл. Быйыл бесән юҡ тиерлек, шулай ҙа әрәм итмәй, бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ. Бында эшләү, йәшәү шарттары һәйбәт. Яҡшы ашаталар. Эшләгән өсөн аҡсалата ла, бесән һәм, игенләтә лә ваҡытында биреп торалар. Техникалар яҡшы торошта, ремонт кәрәкмәй, эштә ҡытыршылыҡтар тыуҙырмай. Борис Сәлимйән улына рәхмәт, йыл һайын ярҙам итеп тора.
Иршат Нурғәлин, Вәлит ауылы:
- Борис Исхаҡов менән бер-беребеҙгә ер эшендә йыл һайын ярҙам итәбеҙ. Үҙем фермерлыҡ эшен быйыл ғына астым. Быға тиклем йыл да бесән саптым.
Луиза Юлмөхәмәтова, хәйбулла хәбәрҙәре гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей