Йырлап эшләйҙәр

Ишембай районы игенселәре быйылғы уңыш буйынса рекорд ҡуйыусылар рәтенә инмәксе. Ошо көндәрҙә Лейтер крәҫтиән-фермер хужалығы Әптек баҫыуында ужым бойҙайынан гектарынан 48 центнер уңыш алған!

Иң ҙур уңыш биргән 130 гектар майҙанда техника ла, комбайнсылар ҙа йырлап эшләй. Шулай булмай ни, район тарихына яҙыласаҡ ҡаҙаныш бит был.

- Быға беҙ орлоҡ, ашлама сифаты, агрономия талаптарын теүәл үтәү һөҙөмтәһендә өлгәштек тип әйтә алам, - ти Геннадий Лейтер. Әйткәндәй, ошо һуңғы ике йылда ғына хужалыҡ 50 миллион һумға яҡын техника яңыртҡан. Ун берәмек көслө техника, шул иҫәптән комбайндар, заманса тағылма ҡоролмалар үҙен эштә күрһәтеп тә өлгөргән. Бынан тыш, хужалыҡта ураҡҡа тиклем үк ырҙын табағында бөтә ҡоролмалар һәм биналар әҙерләп ҡуйылған. Өс иген таҙартҡыс комплексы эшләй, һауа шарттары ҡатмарлашып, ямғырға киткәндә, киптергестәрҙе лә эшкә ҡушасаҡтар. Был ҡоролманы ла күптән түгел алғандар. Ғөмүмән, быйыл район хужалыҡтарының, ситтән техника йәлеп итмәй, урып һуғыуҙы үҙ көстәре менән башҡарып сығырға маҡсатланыуы мөмкинлектәр артыуы хаҡында һөйләй.

Хужалыҡта быйыл 1800 гектар ерҙә ужым бойҙайы сәселгән. Петровскийға яҡын ғына баҫыуҙа балҡып торған биш комбайндың бергәләп баҫыу иңләп килеүен кинәнеп күҙәтәбеҙ. Комбайнсылар, водителдәрҙең кәйефе йөҙҙәрендә сағыла, улар менән әңгәмәләшеү форсаты ла табылды.
- Әрменән һуң килгәйнем. Хәҙер ун йылға яҡын ошо бер хужалыҡта эшләйем. Шарттар яҡшы, эш хаҡы ла ваҡытында түләнә, -тип уртаҡлашты водитель Александр Панов бункерҙар тулыуын көткән арала.

- Көҙөн яңы комбайндар алып ҡайттыҡ, заманса техникаға идара итеүе лә ҡулайлыраҡ. Беҙ, механизаторҙар, ауыр эшкә өйрәнгән, уңыш йыйып алыу осоронда төн уртаһында ғына өйгә ҡайтыу ҙа ғәҙәти күренеш, - тип хеҙмәттәшенең һүҙен ҡеүәтләне комбайнсы Иван Христолюбов. Йәштәр ҙә һынатмай. Андрей Сухов, өс йыл рәттән район күләмендәге “Йәш механизатор” конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алып килә. Күпкә тәжрибәле оло ағайҙарынан ҡалышмаҫҡа тырышыуын баһалап, быйыл уға яңы комбайнды ышанып тапшырғандар. Рекордтар бына шулай тыуа.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА, "Торатау" гәзите
Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей