Йылы ҡуралар əҙер

Яҡшы кеше урамға этен дə сығармаҫ тигəн көндəр оҙаҡ та көттөрмəҫ. Районыбыҙҙың ҡайһы бер ауыл хужалыҡтары ферма малдарын йылы ҡураларға индереүен башлаған да. Зəк-Ишмəт фермаһында 400 эре мөгөҙлө мал, Марьевка ауылындағы Усманов крəҫтиəн-фермер хужалығында ла 400 баш иҫəплəнə, шуларҙың 150-һе һауын һыйыр. Зəктəрҙең фермалары ҡышҡылыҡҡа бөгөндəн əҙер, ялан-баҫыуҙан мал аҙығы ташып ҡуйылған. Ауыл хужалығындағы яңылыҡтар менəн Көйөргəҙе районының мəғлүмəт-консультация үҙəге етəксеһе Рəүеф Намаҙғолов бүлеште: - Ауыл хужалығының фермерсылыҡ йүнəлешенə килгəндə, «Киров» Түкəн СПК-лары, Мəзитов һəм Усманов шəхси фермерҙар малдары йылы ҡураларға индерелгəн дə инде. Яйлап стабиллəшеү процестары Илкəнəй, Зəк-Ишмəт хужалыҡтарының фермалары мал ҡышлатыуға əҙер. Күп фермаларҙың йəйге һауын лагерҙарында ныҡлап һыуыҡ төшкəнгə тиклем һыйыр малы тотоу өсөн шарттары бар. Шуға күрə көндəр бер аҙ һыуытыу менəн дə улар йəйлəүҙə йөрөгəн урындан китергə ашыҡмай, шулай ҙа яландағы ҡалдыҡ үлəндəн хəҙер файҙа юҡ. «Искра» хужалығы ошо осор һəүкəштəрен ҡышҡы сезонға күсереү эше менəн булышасаҡ. Əлбиттə, былар бөтəһе лə: аҙыҡ рационы алмашыныу (бесəн, һалам, силосҡа күсеү), сынйырға тағылып ҡуйылыуы, режимдар үҙгəреүе мал өсөн ныҡ стресс. Шулай ҙа, əлеге ваҡытта ҡышҡы рационға күскəн һауын һыйырҙан алынған һөт күрһəткестəренең тəүлегенə 700 граммға күтəрелеүе, малдарҙың ауырлығы артыуы күҙəтелə. Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов хужалыҡтарҙың ҡышҡы фермаларында электр сымдарының, янғын хəүефһеҙлеге буйынса комиссияһы ойоштороп, тикшереүҙəр үткəрергə ҡушты. Был комиссия үҙ эшен актив рəүештə алып бара. Ə ауылдар көтөүлектəренə килгəндə, йылдағыса шəхси хужалыҡтарҙа аҙыҡтың экономияһы уйланып, ҡар ҡатламы ятҡанға тиклем һыйыр малы яланда йөрөй. Лилиə КƏРИМОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей