Йәйләүҙәрҙә

Малдар иркен утлауҙа йөрөһә, туйып ҡайта, һыйырҙарҙың һөтө лө күберәк була - тигән фекерҙә Нияҙғол фермаһы малсылары.

Шуға ла яҙ етеп, көндәр йылыныу менән был ферма малсылары үҙҙәре күптән төйәк иткән Ҡаран йәйләүенә ашыға. Бында һауынсылар өсөн эш шарттары фермалағынан бер ҙә ҡайтыш түгел, ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек: аппаратты һыйырҙың елененә кейҙереүең көс — шунда уҡ продукция һөт үткәргес буйлап һыуытҡысҡа китә. Был үҙ сиратында яңы һауылған һөттө әсетмәйенсә генә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Йәшәү шарттары ла бына тигән: һыуға скважина ҡаҙылған, бүлмәләргә электр үткән, тышта бешеренеү өсөн мейесе лә бар, мунсаны ла теләгән ваҡытта яға ла йыуыналар.

Хужалыҡ етәкселеге малсылар йорто алдындағы баҡсаның ерен һөрҙөртөп биргән, унда инде картуф, кишер, помидор, ҡыяр, сөгөлдөр, ташҡабаҡ өлгөрә. Шулай уҡ йәйләүгә күсеү менән ҡаҙ, бройлер себештәре алып биргәндәр, улар ҙа эшкинеп килә.

— Эш хаҡы ваҡытында бирелә. Кәрәкле аҙыҡ-түлек тә килтерелә. Теләһәк үҙебеҙҙе ауыл магазиндарына ла алып барып киләләр, — ти малсылар етәкселектең үҙҙәре хаҡында даими хәстәрлек күреүенә ҡыуанып.

Бөгөн йәйләүҙә 165 һыйыр малы бар, шуларҙын 140-ы — һауын һыйырҙар. Мул һөт осоронда продукцияны мөмкин тиклем күберәк бирһен өсөн малдарҙы көтөүҙә Фәнис Карнаев менән Әхәт Ғайсин һәм Ғәлимйән Абдрахимов менән Әхтәм Ильясов ҙур тырышлыҡ һалалар.

Һыйырҙарҙы машина менән һауыу оҫталары Динә Каминева, Рима Йәнгирева, Фирҙәүес Ғәлиуллина һауалар, моторсы Айнур Ғибәҙәтов уларҙың төп ярҙамсыһы. Ғәфүр Хәйбуллин һөт ташыу машинаһында иртәле-кисле һауынды бер юлы Магнитогорск комбинатына алып барып тапшыра.

 Һыйырҙар быҙаулағас та, йәш үрсем һөт эсеп, бер аҙ ашап өйрәнгәнсе ошонда йәйләүҙә тоталар. Йәш малдарҙы ферма мөдире Зилә Нуртединова үҙе тәрбиәләй. Ун көн тирәһе үткәс, быҙауҙарҙы Иҫке Балапан ауылындағы базаға, тәжрибәле быҙау ҡараусы Гөлсөм Ғәлиуллина ҡарамағына оҙаталар.

— Эшләгән кешегә иғтибар бар - хөрмәт күрһәтәләр, ярҙам итәләр, — ти ферма мөдире Зилә Нуретдинова. — Хужалыҡ етәкселеге эш кешеләрен баһалай белгәнгә, беҙ, малсылар, үҙ сиратыбыҙҙа һынатмай эшләргә тырышабыҙ.

 

 РәмиләИстамбаева, «Осҡон» газетаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей