Йылды – яҡшы һөҙөмтәләр менән

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге 2018 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай. Быйыл да улар ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары эшмәкәрлеген координациялау буйынса маҡсатлы эш алып барҙы, баҫыу эштәрен, малсылыҡ производствоһын тейешле кимәлдә ойоштороуҙы контролдә тотто. Бүлек һәм үҙәк етәкселәре һәм белгестәре тарафынан район кимәлендә, хужалыҡтарҙа төрлө семинар-кәңәшмәләр үткәрелде.

Һис шикһеҙ, райондың һуңғы йылдарҙағы ауыл хужалығы тармағындағы үҫеше ҡыуаныслы. Беҙҙең төбәк аҙаҡҡы йылдарҙа үҫемлекселек өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, иген һәм мал аҙығы, техник культураларҙан һәйбәт төшөм ала. Һуңғы ике йылда район республика кимәлендә ҡайтанан “иген фабрикаһы” булып танылды, ашлыҡтың тулайым йыйымы буйынса Башҡортостанда иң алдынғылар рәтенә сыҡты. Бындай һөҙөмтә өсөн төбәгебеҙ БР Хөкүмәтенең Дипломы менән бүләкләнде. Мал һаны, малсылыҡ продукцияһы, ҡымыҙ етештереү буйынса ла үҫеш күҙәтелде. Былтыр район республикала “Иң күп ҡымыҙ етештереүсе төбәк” булараҡ билдәләнде.

Быйыл тәбиғәт район аграрийҙарына ҡаты һынау ҡуйҙы – ҡоролоҡ йәнә һеңгәҙәтә һуҡты. Шуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ игенселәре һынатманы: 68820 гектарҙағы иген культураларынан 87 мең тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынды, гектар ҡеүәте уртаса 12,6 центнер тәшкил итте. Иген-ҡуҙаҡлы, техник культуралар үҫтереүгә йөҙ боролдо, был иһә үҙенең тос емештәрен бирҙе. Йылдан-йыл ер эшкәртеүгә, яңы технологияларҙы үҙләштереүгә иғтибар арта; техника паркы яңыра бара. Быларҙың барыһы ла район хакимиәтенең, ауыл хужалығы бүлегенең эште маҡсатлы ойоштороуына һәм хужалыҡтарҙың заман менән бергә атлауына бәйле.

Төбәктә фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереү, был тәңгәлдә үҙ эшен асыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙы дәүләт программаларына йәлеп итеү буйынса ауыл хужалығы бүлеге һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге маҡсатлы эш алып бара һәм ул үҙенең тос емештәрен бирә. Йылдан-йыл төрлө программаларҙа еңеп грант алыусылар һәм шуның нигеҙендә уңышлы эшләүсе фермерҙар һаны арта. Әйткәндәй, КФХ-лар өлөшөнә районда етештерелгән продукцияның 34 проценты тура килә. Фермер хужалыҡтары бөгөн бөтә майҙандарҙың 75 процентын эшкәртә.

Билдәле булыуынса, быйыл 14 фермер “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Кооперацияны үҫтереү”, “БР-ҙа табышты арттырыу проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү” программалары буйынса дәүләт ярҙамы алып һөйөндө. Бында, әлбиттә, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповтың һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәковтың хеҙмәте ҙур. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ошо көндәрҙә атап үтелгән программаларға йомғаҡ яһаны һәм шулай тип билдәләне: “Был проекттарҙа Баймаҡ районы йыл да иң әүҙем ҡатнашыусы булараҡ таныла һәм ул йылдан-йыл күберәк фермерҙарҙы йәлеп итә. Быйыл тәүләп иғлан ителгән ауыл кооперативтарын ойоштороу һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү конкурсында ла баймаҡтарға етеүсе булманы – улар 5 проект тәҡдим итте һәм барыһы ла еңеп сыҡты”.

Әле был берҙәм коллектив БР Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрамса билдәләү өсөн ең һыҙғанып эш алып бара. Арҙаҡлы агроном Юрий Моряков, танылған игенсе Риза Яхин приздарының яңы хужаларын, баҫыу батырҙарын, етәкселәрҙе, фермерҙарҙы тәбрикләү беҙҙә борон-борондан килгән изге йола һәм ул һәр ваҡыт оло байрамға әүерелә. Был сарала ауыл хеҙмәтсәненә дан йырлана, улар кисәнән яңы дәрт һәм рух алып таралыша. Крәҫтиәнгә шундай иғтибар булғанда ғына тармаҡта етди һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей