Йылды туйҙырыусы көндәр

Район баҫыуҙарында дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, туҡландырыу, люпин сәсеү тамамланды.

Бөгөнгә бойҙай -10905,  арпа - 10153, 630 гектарҙа һоло,1296 гектарҙа борсаҡ, 7810 гектарҙа көнбағыш, 1260 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, 1250 гектарҙа етен, 484 гектарҙа гәрсис сәселгән. Был -бирелгән пландың яртыһынан күбеһе үтәлгән, тигәнде аңлата.

“Ашҡаҙар” хужалығында  көнбағыш яңы ысул - наутилл,  йәғни ерҙе һыҙатлап эшкәртеү технологияһы буйынса сәселә.  Унда  “Horch” техникаһы ҡулланыла. (Сағыштырыу өсөн: сит ил сәскесе бер юлы 40, ә  ябай сәскес 8 рәтте эшкәртә.) Ғөмүмән, хужалыҡта бөтә техника тиерлек сит илдә етештерелгән уңайлы, бөтә шарттар булдырылған трактор-комбайндар. Ул ғына түгел, бар нәмә заманса.

Йылды туйҙырырлыҡ көндәр, ти ауыл хеҙмәтсәндәре сәсеү тураһында. Баҫыу-ҡырҙарҙа тир түгеүсе игенселәребеҙгә тик көндәр генә аяҙ торһон.

Ә. Имамова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей