Йыл да яҡшы табыш ала
13 мая 2019
Баймаҡтан Әлфиә менән Нәжип Хәсәновтар шәхси хужалыҡтарынан йыл да яҡшы табыш ала. Ғаилә малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Бынан өс йыл элек Хәсәновтар йәшелсәселеккә лә тотона - ҙур теплица төҙөп, ҡыяр үҫтерә башлайҙар. Әҙер продукция халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, сөнки ул экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора. Көн дә 20-25 кг ҡыяр һатыуға сығарыла. Әле бында икенсе теплицаны төҙөү аҙағына яҡынлаша. "Сауҙа нөктәләренән сифаты шикле йәшелсә алғансы, Хәсәновтарҙыҡына өҫтөнлөк бирәбеҙ", - ти халыҡ.
Азамат Мөхәмәтшин.