Йыһанур Зиннур улы Теуәлбаевты 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ

Оло Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Зиннур улы Теуәлбаевты 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алыҫ 80 -се йылдарҙа Йылайыр совхоз-техникумын тамамлаған Баймаҡ егетен Хәйбулла районының иң төпкөлөндә урынлашҡан "Һаҡмар" колхозына агроном итеп йүнәлтәләр. Үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән егет Әбеш ауылы ҡыҙына өйләнеп, ошонда төпләнеп ҡала. Ҡатыны Вилиза Хазморат ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 65 йәш тулыуға ҡарамаҫтан Йыһанур Зиннур улы кәртә тултырып мал аҫрарға ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә, ауылда үткән барлыҡ саралар уның ҡатнашлығында үтә. Уға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей