Йәй тәмдәрен әйтә ҡымыҙ ҙа...

Шулай: халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған аң-белемен, нәҫел-нәсәбеңдең үҙе генә белгән ысул-алымын ҡушып эшләһәң, ябай ғына милли ризығыбыҙ ҡымыҙ ҙа туристарҙы йәлеп итер сараға, ғаиләңде аҫырар килем сығанағына әйләнә. 

Фәнил һәм Йәмилә Көнәфиндарҙың ҡымыҙ йәйләүенән кеше өҙөлмәй. Тәбиғәттең ожмахтай мөйөшөндә – хужабикәнең исемен есеменә тап килтергән йәм илендә урынлашҡан йәйләү ҡыңғырау тауыштары, ҡолондар сырҡырауы, бейәләр кешнәүе, көтөүселәрҙең һайт-һайтлап мал әйҙәүе, ата-әсәһенә булышырға килгән көләкәс ҡыҙҙарҙың шат тауышына күмелгән. 

- Шөкөр, бейәләребеҙ һаны былтырғынан кәмемәне. Көндәлек 50 литр ҡымыҙ етештерәбеҙ. Әле эҫелә һөт кәмеңкерәп тора. Яңы ғына туристар литр ярымлыҡ менән 15 шешә ҡымыҙҙы күмәртәләп алып китте. Бер алған кешеләр даими һатып алыусыларыбыҙға әйләнә. Ҡыр сейәһенең һабағын ҡушып тороп ҡымыҙ эшләйем – шуны бигерәк яраталар. Бер шешә ҡымыҙҙы 160 һумдан һатабыҙ. Ҡыҙҙарым Динә менән Тәнзилә – ҙур ярҙамсылар. Ауылға көн дә ҡайтып йөрөйбөҙ. Йылҡыларҙы Вәзир Әхмәтов менән Әҡсән Әйүповтар көтә. Өлкән ҡыҙыбыҙҙың туйын үткәреү бурысы тора – шуға ла әҙерлек бара, йәйләү эштәрен дә ҡалдырмайбыҙ, - тип хәл-әхеүәлен бер тынала бәйән итә көбөләге һаумал ҡымыҙҙы ара-тирә бешеп торған Йәмилә. 
Аяғың тәп итмәһә, ауыҙың сәп итмәй – ошоно белә Көнәфиндар һәм йәйҙең һәр сәғәтенән файҙаланып ҡалырға тырышалар. 

А. Ғарифуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей