ЙҮНСЕЛДӘР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

Һарт-Шишмә ауылында Сәлих Атнағоловты бик егәрле, маҡсатына ирешеүсән, бар яҡлап та булдыҡлы ир-егет тип беләләр. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки ул тирә-яҡта уңғанлыҡтары менән дан тотҡан Атнағоловтар нәҫеленән.
Мал бағыу - уның ҡанында 
Мал-тыуар тәрбиәләү эше уға бә­ләкәйҙән таныш. Алты балалы ғаиләлә ағай-апайҙарынан йорт эштәренең барыһына ла өйрәнеп үҫә ул. 
– Атай-әсәйем ғүмер буйына мал аҫраны. Мәктәптән ҡайтып, аҙбарға сығып эшләү беҙҙең ҡанға һеңгән ине. Ғаиләле булғас, миңә лә мал үрсетеп ебәрергә нәҡ улар ярҙам итте, - ти Сәлих Билалетдин улы.
Ауылда төпләнгән туғандары ла малаҫрап донъя көтәләр. Әнисә апаһы күпләп кәзә тота, уның һөтөн һатып аҡса эшләй. Бер туған Ғәли, ике туған Мә­ғәфүр ағайҙары ла күпләп мал аҫрайҙар. 
Сәлих Атнағоловтың яңы йорто ҡаршыһында урынлашҡан таштан төҙөлгән аҙбарында бөгөнгө көндә 30-лап баш башмаҡ һәм үгеҙ аҫрала. Итте таныш-белештәренә, алып­һ­а­тарҙарға һаталар. Кәзә, тауыҡтар ҙа аҫрайҙар.
 Ул был шөғөл менән 15 йыллап ныҡлы шөғөлләнә. Бесән, һалам, ҡатнаш аҙыҡ, жом, барданы - барыһын да һатып ала ул. Бесән сабыу, иген үҫтереү өсөн махсус ер биләмәләре юҡ. Көҙөн комбайндан ҡалған һаламды йыйып ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя. Быйыл “Агростартап” программаһында ҡатнашып, грант алыу өсөн район башлығына ер биләмәһе һорап барған. Грант алыуға өлгәшһәм, лизингҡа алынған КУН тракторы, ГАЗель машинаһы эргәһенә тағы ла бер трактор алыр инем, тип пландары менән дә уртаҡлашты буласаҡ фермер. 

Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей