Йүне барҙың көнө бар

Йүнлеләр йүнен табайым тип йүрмәләй, йүнһеҙҙәр кемдәндер сәбәп, хата эҙләй.

Һәр хәлдә, был мәҡәл Бөрйән эшҡыуары Нурғәлегә мас ҡына – нисәмә йыл инде райондаштарын хуш еҫле ҡыяры, помидоры менән кинәндерә. Хәҙер инде һатып алыусылар магазиндарҙа: «Был Нурғәленең ҡыярымы?» - тигән һорауҙы йыш бирә. Сөнки, нимә генә тиһәң дә, үҙебеҙҙең ерҙә, таныш кеше үҫтергән ҡыяр тәмле лә, хуш еҫле лә. Нурғәле Умаровтың ҡыяры Бөрйән брендына әйләнеп бара, тиһәң дә хата юҡ.

- 2004 йылдан алып шөғөлләнәм ҡыяр үҫтереү менән. Апрелдә үк ҡыярҙар өлгөрөп, һатыуға сығарыла. Уларҙы 7 сутый ерҙә, пленка аҫтында үҫтерәм. Хәҙер инде студент балаларым ярҙам итә. Ҡыяр үҫтереү бер миҙгел генә булһа ла, йыл буйы әҙерләнер, бил бөгөр кәрәк барыбер. Мин баштан уҡ ҡыярҙың “Маша” сортлыһын үҫтерәм, помидорҙарҙың иһә төрлөһөн – “Үгеҙ йөрәге” лә, башҡаһы ла, тигәндәй...

Көнөнә 100-150 кило ҡыяр, 30-50 кило помидор һатам. Ҡыярҙың килоһын апрелдә 150 һумдан башлағайным, хәҙер 50 һум. Помидорҙыҡы башта ла, әле лә 150 һумдан. Үҙ продукциямды “Хәләл”, “Ҡыҙыл-Таш” магазиндарына ҡуям, теплицанан уҡ барып алыусылар ҙа, заказ менән алдырыусылар ҙа етәһе. Йәшелсә һатып алған килемде һанап ҡараған юҡ әлегә, - ти бөтмөр хужа.

Эйе, ергә эйелһәң, уны ҡара тирең менән  һуғарһаң, ул уңыш бирергә генә тора шул. Һәр хәлдә, Нурғәле Умаров һымаҡ тәүәккәлдәр, эш юҡ тип бәлә һалмай, үҙҙәренең эшен асыуға йөрьәт иткәндәр барыбер ҙә  уңышҡа  ирешә. Ундайҙар ишәйһә ине, тиергә генә ҡала.

 

А. Рәжәпова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей