Юл, эсәр һыу, түләүҙәр борсой

Корнеевка ауыл биләмәһе граждандары сходында халыҡты ошо темаға һорауҙары күп булды.

Сара башында биләмә башлығы Татьяна Михайлова сығыш яһаны. Йыл йомғаҡтары буйынса байтаҡ ҡына эштәр атҡарылған. Шәхси йылытыуға бәйле мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл клубына блоклы ҡаҙан урынлаштырылған. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса Йәмилев урамына асфальт түшәлгән. Был эштә  “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы ҙур ярҙам күрһәткән. “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы Даниловка ауыл клубында ремонт үткәрелгән. Сухаревка ауылында, Корнеевкала, Ромадановкалағы ҡайһы бер урамдарға таш түшәлгән, Даниловкала мал һыулау урыны төҙөлгән. Покровкала ауыл зыяраты кәртәләнгән.

Ауылда халҡының да етәкселеккә үҙҙәрен борсоған һорауҙары байтаҡ булды. Тихоновка ауылына юл үтерлек түгел, Нордовка менән Даниловка араһында автобус туҡталышы Тихоновкаға йыраҡ. Корнеевкала берәүҙең күпләп эт аҫрауы, кеше именлегенә хәүеф янауы ла проблема тыуҙыра. Әле булһа ла Интернет селтәре, кәрәҙле телефон тотмауы йылдар дауамында хәл ителмәгән “баш бәләһе”нә әйләнгән. Эсәр һыу мәсьәләһе, сүп-сар өсөн түләүҙәр буйынса ла мөрәжәғәт булды. Дәүләтҡол халҡы, Һуҡайлы йылғаһы ташһа, ҡамауҙа ҡалып ҡуймайыҡ, тип хәүефләнә.

Ауыл халҡы дөйөм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшкәндән һуң етәкселек борсоған мәсьәләләрҙе ишетер, ыңғай хәл ителер тип ышана.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей