Юғын да күрҙем, барын да..

ныс булһын өсөн ҡандарын, тирҙəрен түккəн, хеҙмəттəрен һалған инəй-бабайҙарыбыҙ торған һайын кəмей бара. Лəкин уларҙың башҡарған эштəре бер ҡасан да онотолмай. Беҙ əле бəйəн итəсəк инəйебеҙ ҙə ана шундайҙарҙан. Ул Яңы Мусала тыуып үҫкəн, ғүмер буйы шунда йəшəгəн, үҙенең 95 йəшен билдəлəгəн Майшəкəр Ниғмəтуллина. - Биш класс ҡына тамамланым мин. Һуғыш йылдарында Свердловск өлкəһенə торф киҫергə ебəрҙелəр, унда беҙ һаҙҙа канау ҡаҙып, яғыулыҡ материалы əҙерлəнек. Көнөнə бесəй туйырлыҡ ҡына икмəк бирə торғайнылар. Ул бер ус хəтлем сейле-бешле. Күп ваҡыттар аслы-туҡлы йөрөнөк. Шунда йəшəгəн халыҡ бəрəңге ҡаҙып йыйып алғас, беҙ арттарынан бəлəкəс кенə бəрəңгелəрҙе йыйып, бешереп ашаныҡ. Əхирəтем Хəҙисə менəн бер йыл йөрөп, тыуған яҡҡа отпускаға ҡайттыҡ. Шунда башҡа бармайбыҙ тип, бригадирға иланыҡ. Һүҙебеҙгə ҡолаҡ һалды, миһырбанлы кеше була торғайны. Беҙҙең урынға Йомағужанан икенсе кешелəр киттелəр, - ти инəй. Ул йылдарҙың бөтə ауырлығын үҙ иңендə татыған тырыш ҡыҙ Таймаҫта тракторсыға ла уҡып сыға, бик тиҙ техника серҙəрен үҙлəштерə. - Ир-ат һуғышта бит, шуға ла тракторсылар барыбыҙ ҙа ҡыҙҙар инек. Һабан һөрҙөк, ер тырматтыҡ. Техника иҫке, ватыла ла ватыла, запас частəр етмəй. Аптырап үгеҙ менəн һөрə башланыҡ, бесəнде лə үгеҙ менəн ташыныҡ, - тип хəтерлəй ул саҡтарҙы инəй. Ауыр һуғыш йылдарында Бөрйəндең Ырғыҙлы ауылына ағас киҫергə лə бара ул. - Ныҡ ауыр йəшəнек. Əтей икенсе ҡатынға китте, ə əней йыш ауырый ине. Үлəн ашап үҫтек инде: ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, гөрлəпə. Үҫкəнсе бер ҙə туйғансы икмəк ашаған булманы. 50-се йылдарҙа ғына рəхəтлəнеп икмəк ашай башланыҡ. Күп күрҙек инде, аслығын да, яланғаслығын да. Ырымбурҙан төрөмщиктəрҙең кейелгəн кейемдəрен, фуфайкаларын алып килеп һата торғайнылар, шул булмаған аҡсаны йыйыштырғылап, кейем-һалым алдыҡ, - тип һөйлəй ул. Майшəкəр инəйҙең əнейе йəшлəй генə үлеп китə. Бер үҙе ҡалған ҡыҙға тормошта ауыр булыр ине кейəүгə сыҡмаһа. Ярай əле бəхетен осрата ул. Хəйер ул Биктимерҙе бəлəкəйҙəн белгəн була, сөнки бергə үҫкəндəр. - Бəлəкəйҙəн бергə уйнап, дуҫ булып йөрөгəйнек Биктимер менəн. Һуғыш алдынан уны армия сафына алдылар. Күп тə үтмəне фашист илбаҫарҙары илебеҙгə яу башланы. Ете йыл йөрөнө Биктимерем һалдат хеҙмəтендə. Башта өс йыл илебеҙҙең тыныслығы өсөн хеҙмəттə, аҙаҡ тағы дүрт йыл ут эсендə булды. Əрменəн ҡайтҡас, ике йыл дуҫлашып йөрөгəндəн һуң, 1948 йылда өйлəнештек. Эй, ул саҡта ҡыҙҙар күп ине, ə егеттəр булманы. Берəүҙəре яуҙа ятып ҡалған, икенселəре ғəрип булып ҡайтҡан инелəр. Минең бабайҙың да ҡолағы яраланғайны, фронтта саҡта операция яһаған булғандар. Майшəкəр менəн Биктимер Ниғмəтуллиндар 34 йыл бергə ғүмер итə. Ете балаға ғүмер бүлəк итəлəр. Ҡыҙғанысҡа, балаларының икəүһе яҡты донъянан иртə китəлəр. Биктимер бабай ҙа хаҡлы ялға ла сығып өлгөрмəй, баҡыйлыҡҡа күсə. Һуғыш ауырлыҡтары, михнəттəре аяҡтан йыға уны. Хəҙер вафатына ла 37 йыл тулған. Инəй йəшлəй генə яңғыҙы ҡалып, балаларынан йəм табып йəшəй. Тыныс тормошта ла тыуған ауылы Мусала төрлө эштəрҙə эшлəй ул. Интернатта йəшəп уҡыған балалар өсөн ашарға бешерə. Яҡын тирəлəге Йомағужа, Илкəнəй, Бəлəкəй Муса балалары шунда ятып уҡый. Əле булһа, улар ашнаҡсы апайҙарының хəлдəрен белешеп, сəлəмдəрен еткереп торалар. Мəктəптəн һуң колхоз эшенə күсə Майшəкəр инəй. Быҙау ҡарап йөрөгəн еренəн хаҡлы ялға сыға ул. - Эй, аслыҡ замандары күңелдə уйылып ҡалған, бер ҙə генə онотолмай шул. Əней ауырыу ғына булғас, мал тотманыҡ, - тип көрһөнөп тə ала инəй, үткəн ғүмеренə байҡау яһағанда. Бөгөн Майшəкəр инəй Күмертауҙа ғүмер итə. Биктимер бабай фронтовик булғас, яугир ҡатыны булараҡ алған фатирҙа йəшəй ул. Өйөнəн кеше һис өҙөлмəй инəйҙең. Балалары үҙ ғаилəлəре менəн Күмертауҙа, Ҡаҙағстанда, Илкəнəйҙə, Мусала йəшəйҙəр. Майшəкəр инəй 12 ейəн-ейəнсəре менəн генə һөйөнөп йəшəмəй, ул күптəн инде уларҙың балалары өсөн дə шатланып ғүмер итə. Яҡындағы балалары көн дə килеп торһа, йыраҡтағылары менəн телефон аша аралаша. - Инəй, 95 йəш ул ҡыҫҡа ғүмер түгел. Оҙаҡ йəшəүҙең сере нимəлə икəн? - Минең ҡарт əнейҙəрем дə оҙаҡ йəшəгəндəр, оҙон ғүмер беҙгə, бəлки, нəҫелдəн килəлер. Икенсе яҡтан алһаҡ, беҙ бит үҫкəндə мал кеүек үлəн ашап үҫтек. Шул тиклем үлəн ашауға витаминдар ҙа күптер миндə. Əней мəрхүм көҙгөгə ҡарап тора ла, йыйырсыҡтарын һыпырып, шул хəтлем матур кешелəр ҙə ошо көнгə төшə икəн тип көлə торғайны. Мин дə шулайтам хəҙер. Ə барыбер матур кеүекмен əле. Бар кеше лə шулай үҙенсə матурҙыр инде. Бына мин дə хəҙер көҙгөгə ҡараһам, аптырайым да торам. - Хəҙерге йəштəргə нимə əйтер инегеҙ? - Беҙҙең тормошта барыһы ла булды: бары ла, юғы ла. Ə хəҙер рəхəтлектең сиге юҡ. Йəштəр тормоштоң ҡəҙерен белеп, рəхəтлəнеп эшлəп, донъяны биҙəп йəшəһендəр. Иң мөһиме - һуғыш булмаһын, донъялар тыныс булһын. Беҙ күргəндəрҙе балалар күрмəһен. Донъя көтөүе рəхəт хəҙер. Мине ныҡ ҙурлағас, эшлəгəн көсөбөҙ елгə китмəгəн икəн тип йыуандым: фатир бирҙелəр, аҡсалар ҙа бирҙелəр. Хөкүмəтебеҙгə ҙур рəхмəт. Башҡортостаныма рəхмəт. Балаларыма рəхмəт, матур ҡарайҙар, килеп хəлемде белеп торалар, - тип ҡыуана ул. Балаларының, ейəн-ейəнсəрҙəренең ҡəҙер-хөрмəтендə йəшəгəн инəй һəр таңды изге телəктəр менəн ҡаршылай, уларға ихлас доғаларын йүнəлтə. Майшəкəр инəй бала саҡтан тормош ауырлығын һөйрəп үҫкəнгəлер əле лə тик ултырырға яратмай. - Тик торһаң, хатта ҡыйын. Эш эшлəүе нəмə ул? Ул бит үҙе бер йыуаныс, - ти. Ул Бөйөк Еңеүҙең 60, 65, 70, 75 йыллыҡтары уңайынан бирелгəн миҙалдарына ҡарап, бала сағын, йəшлек йылдарын барлай. Ана шул бала, үҫмер, йəш саҡта күрмəгəн рəхəтлектəрҙе кисереп, балаларыңа терəк булып тағы ла йəшə əле, Майшəкəр инəй! Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей