Юбилярҙар тәбрикләнде

   Иң тәүге булып сәхнәгә 45 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Рәхилә һәм Рәис Илһамовтар саҡырылды. Бөгөн 70 йәштәрен билдәләүсе юбилярҙар оҙаҡ йылдар Байым мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар. Тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә татып, ниндәй ауырлыҡтар килгәндә лә бер-береһенә ихтирам һаҡлап ҡалған парға һоҡланырлыҡ. Илһамовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары Гөлсинә менән Динә ата-әсәһе юлынан китте, береһе Байым, икенсеһе Һамар мәктәбендә уҡыта. Мәҙинә Мәскәүҙә «Илһам» театры режиссеры. Улдары Морат электрик һөнәрен үҙ итте. Йыр-моңға маһир Илһамовтар. Әйткәндәй, Рәистең бер туған ҡустыһы Ирис етәкләгән ансамблдең исеме лә «Илһам» бит!  Ҡыҙҙары ғына түгел, ейәнсәрҙәре лә музыкаль ҡотлауҙары менән һөйөндөрҙө бар тамашасыны.

   Артабан сәхнә түрен Г. А. Сөләймәнова, С. Ш. Махиянова, И. И. Фазлетдинова алды.

  Гөлниса Абдрахман ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында Байым мәктәбендә балаларға математика серҙәрен төшөндөрҙө, уҡытыу бүлеге мөдире лә булды. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Байым мәктәбенең бөгөнгө коллективының күпселеге намыҫлы, ғәҙел, талапсан уҡытыусы Г. А. Сөләймәнованың тәрбиәләнеүселәре, шуға уны хөрмәтләп «уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы» тип йөрөтәләр. Ҡыҙы Дилбәр ҙә әсәһе юлын үҙ итте, ул да тыуған мәктәбендә математиканан уҡыта.

  Сания Хөснийәр ҡыҙы мәктәптә лаборантка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Биш ул тәрбиәләп, уларға белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған әсә ул.

    Ишбикә Исмәғил ҡыҙы ла хаҡлы ялға киткәнсе уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалды. Өс ҡыҙына, ике улына матур тәрбиә биреп, һәр ҡайһыһына һөнәр алырға ярҙам итте. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлыҡтарын бүлешеп ғүмер итә.

   Сәхнәгә күтәрелгән Фәрзәнә Вәлиева, Фәриҙә Хөсәйенова, Гөлдәр Вәлиева, Тәғзимә Махийәнова һәм Земфира Сәғәҙиевалар, үкенескә күрә,   барыһы ла йәшләй тол ҡалдылар. Шулай ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, гөрләтеп донъя көтәләр, йорттары урамды йәмләп, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Балалар үҫтерҙеләр, уларҙы уҡытып, үҙаллы тормош юлына оҙаттылар. Хеҙмәт ветерандары күпләп мал аҫырай, хатта бал ҡорттары тотоусылар ҙа бар араларында.   

    Фәрзәнә Байгилде ҡыҙы 34 йыл мәктәптә ашнаҡсы булып эшләп, пенсияға сыҡты. Дүрт балаһынан ике ҡыҙы — Эльвира менән Рүзәлиә шәфҡәт туташтары, Гөлназ — Өфөлә уҡытыусы, улы Илфат водитель.

     Гөлдәр Барый ҡыҙы Байым мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын үтте. Ул ике малай, ике ҡыҙ үҫтерҙе. Улдары электромеханик, ҡыҙҙары юғары белемле иҡтисадсы һөнәрҙәрен һайлаған. 

   Фәриҙә Сөнәғәтдин ҡыҙы 1970 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе Шайморатов исемендәге колхозда баш бухгалтер вазифаһын башҡарҙы. Эшләгән дәүерендә күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, уның «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәһе бар. Өлкән ҡыҙы Розалиә Байым ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй, Рәзиләһе Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһында шәфҡәт туташы. Улы Ғәфүр «Башнефть» акционерҙар йәмғиәте заправкаларының береһендә идарасы. Фәриҙә балаларының уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп йәшәй.

  Был өләсәйҙәр йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. Гөлдәр Барый ҡыҙы ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы. Фәрзәнә менән Фәриҙә «Күбәләк биҙәктәре» фольклор ансамбле  ағзалары.

  Тәғзимә  Махийәнова колхозда төрлө эштәрҙә эшләне, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүе менән айырылып торҙо. Биш балаһын да уҡытып, һөнәрле итеп үҙаллы тормош юлына сығарҙы. Ире үлеп яңғыҙ ҡалыу өҫтөнә бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килде. Әммә Тәғзимә көс етмәҫлек ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәне, балалары хаҡына артбан йәшәргә үҙендә көс тапты. Әлеге ваҡытта ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, уларҙы тәрбиәләшеп көн итә. Хәйбулла районында төпләнеп, ауыл клубы мөдире булып эшләгән ҡыҙы Гөлназға ла ярҙамлашырға өлгөрә. Тәғзимә ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, уның күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре күп сараларҙа күргәҙмәләргә ҡуйылды һәм яҡшы баһаланды. Ул ғына ла түгел, көләмәстәр һөйләргә лә, шиғри әҫәрҙәр ижади итеүгә лә оҫта Тәғзимә .. ҡыҙы.

  Шайморатов исемендәге колхозда 37 йыл һауынсы  булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты Земфира Сәғәҙиева. Ул йылдарҙа бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылһа ла, уңған, егәрле Земфира бирешмәне, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Уның намыҫлы тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Алдынғы һауынсы Башҡорт АССР-ының Юғары Советына ике тапҡыр депутат итеп һайланды. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны, Ватан алдындағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ордендары, унынсы, ун беренсе ун йыллыҡтар ударнигы билдәһе менән бүләкләнде. Земфира Ғиниәт ҡыҙы Әбйәлил районының почетлы гражданы ла. Өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе.

   Уларҙан һуң сәхнәгә 70 йәшлек ир-уҙамандар күтәрелде. Салауат Вәлиев  оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, хаҡлы ялда бөгөн. Ҡатыны менән ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Балалары ла эшсән, матур етеш йәшәйҙәр.  Бәләкәй улы Азат үҙ эшен асҡан, йылҡы үрсетә. Элек-электән моңло тауышы менән күптәрҙе әсир иткән, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған Салауат үҙе Байым мәҙәниәт йортоноң «Илһам» ансамблендә йырлай.

   Мортаза Мөхәмәҙиев Туйыш мәсетенең имам-хатибы. Иман йортон төҙөүгә, уны тәрбиәләп тотоуға күп көс һала хеҙмәт ветераны. Һәр эште күңелен һалып башҡарған Мортаза Мостафа улы 1990 йылдан Туйыш ауылы тарихы, күбәләк ырыуы тураһында материалдар туплай. Ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанған кеше ул. Ҡатыны Фәрзәнә менән ике малай, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Балалары ла үҙҙәре кеүек егәрле, эшсән.  Мансур хәрби кеше. Күп тапҡырҙар ҡыҙыу нөктәләрҙә булды. Илгә тоғро, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн полковник яҡташыбыҙ күп наградаларға лайыҡ. Ҡыҙҙары Рита балалар баҡсаһында эшләй.

Кисәгә саҡырылып та, төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алмаған юбилярҙар Йәҙгәр Ҡунафин, Ғәлиә Хәйруллина, Мөхәмәт Ситдиҡов, Гөлйыһан Мөхәмәҙиева, Рәхимә Ғарипова һәм Латифа Сөләймәновалар хаҡында ла йөрәк һүҙҙәре яңғыраны. Түшәктә ятҡандар ҙа бер ваҡытта ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ветеран ойошмаһы ағзалары, уларҙың өйҙәренә барып тәбрикләй.

Сараны биҙәгән музыка мәктәбе уҡыусыларының дәртле сығыштары (уҡытыусы Рәхимә Насибуллина) күңелдәрҙе күтәрҙе.

Фәһемле лә, күңелле итеп ойошторолған кисә юбилярҙарҙың хеҙмәт юлдары, тормоштары йәштәргә өлгө булырлыҡ икәненә инандырҙы.

Юбилярҙар үҙ сиратында хөрмәт итеп, тәбрикләгән, матур сара  әҙерләгән ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ағзаларына, Мәүлиә Сафиуллина, Венера Мостафина, Мәүлиҙә Ирғәлина, Рафиҡа Әғзәмова һәм  Рәйлә Ғилмановаларға, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен еткерҙе.

 Мәүлиҙә ИРҒӘЛИНАБайым ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей