Юбиляр! (Аургазинский район)

“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Мырҙабаев Раян Абрар улын 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!

1960 йылдың 10-сы октябрендә Абрар һәм Фәриҙә Мырҙабаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып улдары Раян донъяға килә. Абрар Әҙһәм улы тыл һәм хеҙмәт ветераны, үҫмер егет һуғыш ваҡытындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған, күп йылдар колхозда тракторҙар бригадаһында механик, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан ауыл халҡын газ-пропан менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүсе булды. Әсәһе Фәриҙә 1941 йылда уҡ һуғыш яланында ятып ҡалған Әбүбәкер Сәхибгәрәй улы Киреевтың ҡыҙы, ике бала менән (туғаны Хәмзә Киреев) тол ҡалған әсәләре Ҡарлуғас Шәрип ҡыҙы, бар көсөн, яҙмышын баларына бағышлай. Фәриҙә Әбүбәкер ҡыҙы Стәрлетамаҡ пединститутында уҡып сығып, ауылыбыҙҙа математика уҡытыусыһы булып эшләне. Хөрмәтле уҡытыусы булып абруй ҡаҙанды.

Бөгөнгө юбилярҙың тормош юлы тыуған ауылы һәм колхозы менән тығыҙ бәйләнгән. 1966-1968 йылдар балалар баҡсаһы, 1968-1978 йылдарҙа Мораҙым урта мәктәбендә урта белем алыу, унан һуң ике йыл хәрби бурысты үтәү, ә 1981-1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ветеринар һөнәрен үҙләштереп, юғары белемле ветеринар дипломы алып сыға һәм 1986 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем 34 йыл туған колхозында зоотехник булып эшләй. Раян Абрар улы үҙен эшен, һайлап алған һөнәрен яратҡан, иҡтисади яҡтан ауыр булған саҡтарҙа ла колхозда мал һанын һаҡлап ҡалырға күп көс һалған белгес итеп күрһәтте. Бына өс тиҫтә йыл артыҡ үҙенең беренсе ярҙамсылары - ферма мөдирҙәре менән малсылыҡ тармағының тоторолоҡло эшләүен тәьмин итәләр. Районда уҙған малсыларҙың төрлө профессионал ярыштарында беҙҙең һауынсылар, техник-осеменаторҙар әүҙем ҡатнашып еңеүсе булалар. Малсыларыбыҙҙың уңыштарында, әлбиттә, төп белгес Раян Абрар улының да тырышлығы һалынған. Юбилярҙың фиҙәҡәр хеҙмәте райондың, республиканың Маҡтау ҡағыҙҙары, ә 2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министерствоһының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Раян Абрар улы төп хеҙмәтенән башҡа төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, Михайловка ауыл советы депутаты. Исеме бөтә республикаға таралған спортсы, милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың көрәш буйынса чемпионы, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса көмөш миҙал призеры, республиканың 1-се категориялы судьяһы. 25 йылдан артыҡ бик күп һабантуйҙарҙа көрәшә һәм 160-тан ашыу төп приз – тәкә менән бүләкләнә.

Беҙ барыбыҙҙа Раян Абрар улын хәстәрлекле ғаилә башлығы, терәге тип беләбеҙ. Ул тормош иптәше Гөлназ Булат ҡыҙы менән 36 йыл бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы ғаилә. Гөлназ Булат ҡыҙы Күгәрсен районы ҡыҙы, Стәрле мәҙәни-мәғрифәт техникумында, ә Раян Абрар улы Өфөлә институтта уҡып йөрөгәндә өйләнешәләр. Асыҡ, ҡыйыу Гөлназ килен булып төшкән көндән ауылыбыҙҙы яҡын һәм ғәзиз итеп ҡабул итте. Уның клуб, һабантуй сәхнәләрендә яңғыраған моңло йырҙарын ауылдаштарыбыҙ йылы итеп ҡабул итә һәм көтөп ҡала. Раян һәм Гөлназ Мырҙабаевтар ике балаға ғүмер биреп оло тормош юлына сығарҙылар: Сөмбөл (1985) һәм Арыҫлан (1987). Бөгөн инде балалар, үҙҙәре атай-әсәй булып яҡындарын ейәндәр менән шатландыралар.

Хөрмәтле коллегабыҙ Раян Абрар улы! Һеҙҙе 60 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҙай Тәғәлә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.

60 йәшең тулһын,
Күңелең ҡартаймаһын.
Йөрәктәге дәртең менән
Мәңге йәш булып ҡал һин.
Ауырыуҙы белмәй йәшә,
Бул һаман үҙ көсөңдә.
Һине иҫән-имен күреү
Бәхет беҙҙең өсөн дә.

Иң изге теләктәр менән “Урал”ауыл хужалығы кооперативы идараһы һәм ветерандар советы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей