Йәшәүҙән кем туйған

“Ҡар аҫтынан сөгөлдөр соҡоғаным әле лә хәтерҙә”, - ти ағинәй

Төрлө яҙмышлы кешеләр осрай. Берәүҙәре ғүмер буйы ышыҡта йәшәгән һымаҡ, ҡыйынлыҡтар күрмәй көн итә, икенселәренә тәҡдир  һынау артынан һынау ебәрә.

Фирҙәүес инәй Ғабдрахманова ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып-үҫә. Атаһын хәтерләмәй, һуғыш башланғас, ауылдаштары менән фронтҡа китә һәм 1944 йылда Латвияла батырҙарса һәләк булып шунда ерләнә.  Донъя йөгөн үҙ иңенә алған әсәһе Өммикамал инәй балаларын аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡлап, аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала. Көнөн-төнгә ялғап күмәк хужалыҡҡа эшләү, ҡул эштәренә оҫталыҡ, юҡтан бар яһау әсәһенән күсә.

Ҡыҙ Ҡотошта 4 класс тамамлай, артабан уҡыуын Мәләүездә дауам итә. Белемгә ынтылышы юғары булһа ла, ауыр йылдар үҙенекен итә, үҫмер М. Ғафури исемендәге колхозда һарыҡ көтә башлай. Ас бүреләргә ҡаршы ҡулда сыбыртҡы ғына булыуы ла ҡурҡытмай уны - үҙенең дә йыртҡыстар ҡамауында ҡалған мәлдәре була. Һуңғараҡ хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү башланғас, ауылдаштары менән гектарлап ошо культураны утай, эшкәртә. Хәтерендә ҡалған ваҡиғаларҙың береһе - сөгөлдөрҙө ҡар аҫтынан ҡаҙып, ҡул менән машиналарға тейәү.

Нисек ауырымағанбыҙ, тере ҡалғанбыҙ?! Тирә-яҡта ап-аҡ ҡар, буран уйнай, аяҡ кейеменең табаны боҙланып туңа, бармаҡтар тыңламай. Үҫтергән уңышты тапшырырға кәрәк, шунһыҙ булмай. Ҡалғанын ҡаҙып, колхоз келәтенә алып ҡайтабыҙ ҙа ҡыш дауамында  таҙартабыҙ, - тип хәтерләй ул.

1957 йылда һауынсы булып урынлаша. Ферманың ауылдан йыраҡ урынлашыуы бер хәл, малҡайҙарҙы ҡул менән һауырға, аҫтын таҙартырға ла кәрәк бит әле. 7 йылдан һуң төҙөлгән яңы фермала хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләй. Фирҙәүес инәйҙең намыҫлы хеҙмәте хужалыҡ етәкселеге тарафынан төрлө Маҡтау грамоталарына лайыҡ. 1963 йылда Зөфәр Ғабдрахманов менән тормош ҡоралар. Улар Ирек, Рәмил, Рәүф исемле баһадирҙай өс улға ғүмер бүләк итә, һәр береһенә белем алырға, үҙалы тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Бала ҡайғыһын да кисерә әсә - Ирек улы фажиғәле вафат була, уның балаларын тәрбәләшергә лә күп көс һала.

Бер ҡыйындың мең рәхәте, тигәндәй, Фирҙәүес инәй бөгөн улы Рәүф һәм килене Гөлназ тәрбиәһендә. Абруйлы ағинәй ейән -ейәнсәрҙәренә изге теләктәр юллап, тыуған таңдарға ҡыуанып йәшәй. Әллә йәштәрҙең эшләргә теләмәүе, әллә заман ҡанундарының үтә йыш алмашыныуына өлгөрә алмай һайлау алдында ҡалғандарға ул ололарса кәңәшен юллап: “Эштән бер кемдең дә үлгәне юҡ, ә бына эшһеҙлек харап итә”, - ти. Ул ҡамыр аштары бешерергә әүәҫ, баҡсалағы емеш-еләктән ҡайнатмалар әҙерләүҙе лә яратып башҡара. 

Лена ФӘЗЛӘХМӘТОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей